Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ. Айына бер тапҡыр булһа ла үлсәнеп алығыҙ. Артыҡ ауырлыҡ холестериндың тейешленән артыҡ булыу ихтималлығын күрһәтә. Был иһә йөрәк-ҡан тамырҙарына насар тәьҫир итә.
Углеводлы ризыҡты күп ашамағыҙ. Төрлө тәм-том, аҡ икмәк, фастфцд, ярым фабрикат, колбаса кеүек ризыҡтарҙағы углеводтар тиҙ үҙләштерә лә май туҡымаһына әүерелә.
Тоҙҙо сикләргә тырышығыҙ. Уны бер сәй ҡалағынан артыҡ ҡулланыу организмдағы шыйыҡлыҡтың тотҡарланыуына, шешенеүгә килтерә, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә зыян килтерә.
Составында кофеин булған эсемлектәрҙе һағыраҡ эсегеҙ. Ҡәһүәне генә түгел, сәйҙе лә ҡаты итеп эсмәгеҙ.
Аҡһым һәм күҙәнәклеккә бай ризыҡтарҙы менюғыҙҙан төшөрмәгеҙ, улар юғары ҡан баҫымы ҡурҡынысын 60 процентҡа кәметә.
(Майһыҙ ит, балыҡ, эремсек, борсаҡ, йәшелсә, йәшел тәмләткестәр)
Йөрәк һау-сәләмәт булһын өсөн омега-3, омега-6, омега-9 кислоталарын ҡулланығыҙ. Улар балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтарында, шулай уҡ йомортҡа, үҫемлек майы, соя, фасоль, брокколи, шпинатта була.
Ҡан баҫымын дарыуҙарһыҙ ҙа төшөрөп була:
1 аш ҡалағы балға 1 стакан газһыҙ минераль һыу ҡойоп болғатығыҙ, унан ярты лимондың һутын өҫтәгеҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға бер мәртәбә эсәбеҙ. Бер аҙна эсергә кәрәк.
3-4 аш ҡалағы үҫемлек майын йылытып, уға бер нисә тамсы бөтнөктөң спиртлы настойкаһын, грейпфрут майын (икеһе лә косметика магазиндары, дарыуханаларҙа бар) өҫтәгеҙ. Артабан ошо шыйыҡсаны муйынығыҙға, елкәгеҙгә массаж эшләп һөртөгөҙ. Массаждан һуң ярты сәғәт ятырға кәрәк.
1 аш ҡалағы ҡара ҡарағатҡа (туңдырылған булһа ла ярай) 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утта 10 минут ҡайнатығыҙ. Артабан уны һыуынмаҫ элек һөҙөп алығыҙ. Аш алдынан 100 мл эсергә кәрәк.
Юғары ҡан баҫымы – етди ауырыу. Халыҡ медицинаһын ҡулланырға уйлауығыҙ тураһында мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.
https://ye102.ru