Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
19 Января 2024, 06:46

Янғында ике бала һәләк булған

Әсәһе бер сабыйын ҡотҡарып өлгөргән..

Янғында ике бала һәләк булғанЯнғында ике бала һәләк булған
Янғында ике бала һәләк булған

Фажиғә бөгөн төндә Мишкә районының Лепешкино ауылында булған. Өйҙә әсә кеше өс балаһы менән булған. Ул ут янған тауышҡа уянып, ете айлыҡ сабыйын тотоп урамға сығып йүгерә. Был ваҡытта инде өйҙә ҡуйы төтөн була һәм ут өйҙө ялмап ала.  Әсәй кеше ҡабат инә алмаған. Һөҙөмтәлә 3 һәм 4 йәшлек ҡыҙҙары янғында һәләк булған.

Янғын һүндереүселәр килгәнсе, ағас йорт тулыһынса ут менән ҡапланған була. Хәҙерге ваҡытта урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм тикшереүселәр һәм психологтар эшләй. 

Янғындарҙан һаҡ булайыҡ!
Фото: МЧС по РБ

https://kiziltan.ru

Янғында ике бала һәләк булған
Янғында ике бала һәләк булған
Автор:
Читайте нас