Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Ғинуар 2024, 11:32

Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров вуз-ара кампуста булды, уның беренсе сираты төзелеше декабрь аҙағында тамамланды.  

Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙеАндрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе
Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе

Министрҙар кабинеты башлығы юғары уҡыу йорттары, профилле ведомстволар, индустриаль партнерҙар һәм архитекторҙар вәкилдәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрҙе.

График буйынса, кампуста УДНТУ, УФТУ һәм БДМУның фәнни лабораториялары, "Берлога" киберфизик инновациялар оҫтаханаһы, "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге уҡыусылары өсөн лабораториялар монтажы бара, арендаторҙар майҙандары төҙөкләндерелә.

- Төп эштәр, төҙөлөш теүәлләнде. Икенсе, шулай уҡ мөһим этап башлана - яңы майҙансыҡтарҙа юғары уҡыу йорттарын төөҙөкләндереү, йыһаздарҙы монтажлау, уны эшкә ҡушып ебәреү мәсьәләһе. Иғтибар фокусын резиденттарға күсерәбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мультимедиа йыһаздарын эшләтеп ебәреү һәм ғалимдарҙың виртуаль моделдәрен эшләп бөтөрөү тураһында фекер алышты, улар хөрмәтенә кампустың икенсе сираттағы манаралары аталасаҡ. Әҙер роликтарҙы һәм фильмды вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратының рәсми асылышында күрһәтәсәктәр. Премьер-министр эске эштәр буйынса бер нисә асыҡлау индерҙе.

Башинформ. 

Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе
Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе
Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе
Андрей Назаров вуз-ара кампус әҙерлеген тикшерҙе
Автор:
Читайте нас