+30 °С
Болотло
Сағыу биҙәлгән шыршы, яҡтылыҡ һындары, мәғлүмәт экраны. Яңы йыл каникулында «Йондоҙло» паркы байрам сараларын үткәреү майҙансыҡтарының береһенә әүерелде. Октябрьский ҡалаһында кескәйҙәр һәм ололар уларға ҙур теләк менән йөрөнө.
«Йондоҙло» паркы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелде. Ул Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ғәмәлгә ашырыла. 2019 йылдан Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында уның буйынса бөтәһе 683 объект яңыртылды һәм төҙөлдө.
Паркты үҙгәртеү тураһында - социаль селтәрҙәге видеола.
Фото: https://smartik.ru
https://bashgazet.ru