+28 °С
Болотло
Йәш гвардиясылар ғаиләләре менән блиндаж шәмдәре әҙерләүҙә ҡатнаша.
Парафин йәки балауыҙ шәмдәр яҡтыртыу, ҡулдарҙы йылытыу, металл көрөшкә-котелокта һыу ҡайнатыу, ашарға бешереү йәки йылытыу өсөн уңайлы. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.
Бындай окоп шәмдәрен беҙҙең яугирҙәргә гуманитар ярҙам барған һайын алып барып тапшырып торалар. "Беҙ эшләгән шәмдәр яугирҙәргә яҡтылыҡ та, йылылыҡ та килтерһен", - ти, изге эш башҡарған ирекмәндәр.