«Ярҙам поезы» — «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тарафынан Башҡортостан Республикаһында ғәмәлгә ашырыла торған республика акцияһы. Акция сиктәрендә граждандар менән осрашыуҙар үткәрелә, уларҙа граждандарға социаль hәм юридик мәсьәләләр буйынса квалификациялы, психологик ярҙам күрһәтелә. Эште тәжрибәле белгестәр алып бара.
«Ярҙам поезы» Бишбүләк районына 1 февралә 11.00 сәғәттә киләсәк. Ул үҙ эшен Бишбүләк ауылының Мәҙәнитә һарайында алып барасаҡ.
Фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бөгөнгө көндә 1000 ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 12 районда халыҡ менән осрашыу булған, 16 февралдә тағы өс районда булғандан һуң, йомғаҡлау сараһы Өфөлә үтәсәк.
Башинформ.