«Честный» позывнойлы һалдат махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул, ысын ир-егеттәргә хас булғанса, илгә ҡурҡыныс янағанда ситтә ҡала алмауын белдергән.
— Улым бала саҡтан уҡ хеҙмәт һөйөүсән булып үҫте, ҡыйыу булды, һәр саҡ үҙ тигәненә иреште. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Алыҫ Төньяҡҡа барып эшкә урынлашты. Ә инде хәрби операция башланғас, илде һаҡларға кәрәк тип, контракт төҙөнө. Үҙе шулай ҡарар иткәс, уны уйлағанынан ҡабат һүреү мөмкин түгел. Март айында улым ялға ҡайтырға тейеш ине, әммә уның иптәштәрен ҡалдырғыһы килмәй. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бик оҙаҡҡа булмаһа ла, уның ҡайтыуын теләйбеҙ — ти, һалдаттың әсәһе.
Әсәй кеше һирәкләп булһа ла, яугир улы менән телефон аша хәбәрләшеп тора. Үҙ-ара аралашҡанда әсәһе алғы һыҙыҡта йөрөгән улының тормошҡа ҡарашы үҙгәреүен тоя. Ул ғаиләһен ҡәҙерләй, яҡындарын хәстәрләй.
Ил һағына баҫҡан һалдатҡа ошо арала 23 йәш тулған.
Наилә СӘБӘХОВА.
Ғаилә альбомынан алынған фото.