Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
27 Ғинуар 2024, 06:09

Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл

Ҡот осҡос 872 көн

Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йылЛенинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл

Ленинградтан халыҡты блокадаға тиклем үк күсерә башлайҙар. Әммә бәғзеләр,тиҙ арала еңәсәкбеҙ, тигән хәбәрҙе ишетеп, ҡаланан китергә ризалашмай. Июнь аҙағында, йәғни һуғыш башланғандың икенсе аҙнаһына уҡ төҙөлгән махсус эвакуация комиссияһы вәкилдәренә хатта кешене, хәҙергә китеп тороғоҙ, һуңынан имен-һау ҡайтырһығыҙ ,тип өгөтләргә тура килә. Эвакуация ҡорбанһыҙ булмай. Ладога аша үткәндә үк кеше ҡырыла, һыуға бата.
Тимер юлы аша эвакуациялайҙар, бер аҙҙан немец фашистары был юлды ҡамай.
Онега күленән,Беломор- Балтик каналы аша күсерәләр,уныһы ла ябыла.
4 сентябрҙә Ленинградҡа бомбалар яуа башлай. Тағы ла дүрт көндән фашистар Шлиссельбургты баҫып ала. Был Ленинградҡа юл бөтөнләй ябылды тигән һүҙ була. Гитлер, илдең башҡа ҡалаларынан айырылған,ас Ленинград тиҙ бирешер,тип хыяллана. Берәү ҙә блокаданың 900 көн тиерлек дауам итерен күҙалламай.
Аҙыҡ-түлек карточкалары ҡалала 17 июлдә үк индерелә. Ленинградта һуғыш алдынан ризыҡ запасы ҡәҙимге күләмдә тупланған була. Блокада алдынан аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеүҙә бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ булмай. 1 сентябрҙән ирекле һатыу тыйыла, ризыҡ нормаһы бер аҙ кәметелә. Ә октябрҙә инде халыҡ ашарға етмәйәсәген тоя башлай. Ноябрҙә ҡалала ысын аслыҡ башлана. Хатта астар урамда иҫтән яҙып йығыла. Үлеүселәр һаны арта. Шулай ҙа был айҙарҙа кеше күпләп аслыҡтан түгел,ә фашист бомбаһынан ҡырыла. 1941йылдың аҙағы ла ҡаты килә. Яңы йыл да һыуыҡ менән башлана. Кеше торған һайын өмөтһөҙлөккә бирелә,тиҙ еңеү тигән хыял онотола төшә.
Ошо ҡышта халыҡҡа икмәк һәм шәкәр генә үҙ ваҡытында бирелгән. Башҡа ризыҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булған. Был аслыҡты 20-се быуаттың иң ҡурҡыныс гуманитар һәләкәттәре исемлегенә индергәндәр.

#900көнҡамауҙағыҡаһарманлыҡ

Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеүгә – 80 йыл
Автор:
Читайте нас