Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
30 Ғинуар 2024, 05:58

Өфөлә бер ир күп ҡатлы йорттоң лифтында атыу ойошторған

Күп ҡатлы тораҡ йорттоң лифтында урынлаштырылған күҙәтеү камераһының объективына пистолеттан атҡан мәл эләккән.

Өфөлә бер ир күп ҡатлы йорттоң лифтында атыу ойошторғанӨфөлә бер ир күп ҡатлы йорттоң лифтында атыу ойошторған
Өфөлә бер ир күп ҡатлы йорттоң лифтында атыу ойошторған

Хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡиға Өфөнөң «Символ» тораҡ комплексында теркәлгән.

Лифтҡа ике егет һәм ҡыҙ керә. Бер ир-ат, курокка басып, атып ебәрә, юлдаштарын ҡурҡыта, улар һүгенә һәм ҡолаҡтарын ҡыҫа башлай. Лифт ишектәре асыла һәм йәштәр икенсе ҡатҡа сыға.

Йорт хуҗалары әйтүенчә, улар атыу тауышын балалар майҙансығында ла ишеткәндәр, бындай хәлдең беренсе тапҡыр ғына булмауын билдәләп үткәндәр.

Башинформ. 

 

Өфөлә бер ир күп ҡатлы йорттоң лифтында атыу ойошторған
Өфөлә бер ир күп ҡатлы йорттоң лифтында атыу ойошторған
Автор:
Читайте нас