Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
8 Февраль 2024, 07:37

Һауа торошо

Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала һауа торошоноң үҙгәреүе фаразлана. Көндөҙ көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, урыны менән буран сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, юлдарға көрт һалыуы, тайғаҡ булыуы көтөлә.

Һауа температураһы төндә -8, -13°, көндөҙ 0, -5°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 9 юл участкаһында хәрәкәттең сикләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Һауа торошо
Һауа торошо
Автор:
Читайте нас