Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
15 Февраль 2024, 11:15

Афғанстан - йөрәк яраһы

15 февралдә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды. Уҫаҡ-Кисеү мәктәбендә афған һуғышы ветерандары менән осрашыу үтте

Афғанстан - йөрәк яраһыАфғанстан - йөрәк яраһы
Афғанстан - йөрәк яраһы

Ун йыл һуҙымында барған дәһшәтле Афған һуғышы эҙһеҙ генә үтмәне.  Туғыҙ йыл, 1 ай һәм 19 көн дауам иткән һуғышта 15 меңдән артыҡ совет һалдаты һәм офицеры һәләк була, ә Башҡортостандан 9 мең хәрби ҡатнашып, уларҙың 343-ө һәләк була, 6-һы хәбәрһеҙ юғала. Халыҡ хәтере иҫән булһын өсөн юбилей даталарҙы барлауҙан бигерәк, ошо ут эсенә ингән, ете ят ерҙә ғүмерҙәре өҙөлгән йәп-йәш егеттәребеҙҙе онотмау, уларҙың яҡындары кисергәнде аңлау мөһим – был замандаштар, яҡташтар бурысы.

Беҙҙең районыбыҙҙа ла ҡом-ташлы Афғанстан ерендә утлы яу юлдары үткән ир-егеттәр етерлек. Иттихат һәм Уҫаҡ Кисеү ауылынан Әсфандиәров Урал Зөфар улы, Кашапов Йәғәфәр Мәғәфүр улы, Лотфуллин Фәһим Әхмәтйән улы, Мөхәррәмов Айҙар Дауыт улы, Солтанов Альберт Зөфәр улы, Тәхәуов Азат Амир улы,Фәйрушин Радик Нурфаяз улы, Хәлиуллин Рәлиф Ғариф улы үҙҙәренең интернециональ бурыстарын үтәне.
15 февралдә Уҫаҡ-Кисеү мәктәбендә "Тере хәтер" тигән тантаналы линейка үтте. Тарих уҡытыусыһы Юлкина С. Н. һәм  Йәштәр эше буйынса белгес А.Зиганшина  һалдат булараҡ, уларҙың ил ҡушҡанды башҡарыуын һөйләне. Был сарала шулай уҡ йәшләй һәләк булған геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. 
Мәктәп уҡыусылары Афған һуғышы ветерандарының сығыштарын тыңлап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә шиғырҙар һөйләне, концерт номерҙарында ҡатнашты. 

Һәр кем хәрби хәрәкәттәр ветерандарына арналған «Афганистан - күңел яраһы" тигән күргәҙмәне ҡараны, тарихи материалдар менән танышты.  

"Вектор" Йәштәр үҙәге Бишбүләк районы

 

Афғанстан - йөрәк яраһы
Афғанстан - йөрәк яраһы
Афғанстан - йөрәк яраһы
Афғанстан - йөрәк яраһы
Автор:
Читайте нас