Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Февраль 2024, 06:55

Балыҡсылар изге эш башҡарҙы

Дим ауылының бер төркөм ир-егеттәре ауыл эргәһендәге күлдә мәкеләр уйҙы. 

Балыҡсылар изге эш башҡарҙыБалыҡсылар изге эш башҡарҙы
Балыҡсылар изге эш башҡарҙы

Дим ауылы янында йәйрәп Дим йылғаһы ята, тирә-яҡтағы күлдәр ҙә ауылға йәм бирә. Балыҡҡа ла бай был һыу яҡҡылыҡтары. Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, бында яр буйында ултырыусы балыҡсыларҙы күрергә мөмкин. Кемдер йәйге хозур тәбиғәттә күңеленә ял ала, икенселәр өсөн балыҡ ҡармаклау - үҙе бер хобби. Әммә быйылғы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтар һәм ҡар көрттәре кешеләргә генә түгел, башка йән эйәләренә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Һәм улар беҙҙең ярҙамға мохтаж.

Ҡышҡыһын ҡар һәм боҙ ҡатламының ҡалын булыуы, температураның “уйнауы” балыҡтарға кире йоғонто яһай. Улар кислород етешмәүҙән тонсоға башлай. Быны уларҙың мәке ауыҙына йыйылыуынан да күреп була. Ошо көндәрҙә Дим ауылының бер төркөм ир-егеттәре Стойло күле янында балыҡтарҙы һәләк булыуҙан һаҡлау өсөн ҙур эш башҡарған. Улар балыҡтарға кислород ебәреү өсөн күлдең буйынан-буйына мәкеләр тишкән.

- Ҡар йырып йөрөмәҫ өсөн, иң тәүҙә Самат Хамитов “МТЗ-82” тракторы менән күл буйына юл асты. Беҙ, ауылдың бер төркөм ир-егеттәре: Артур Ғәлиев, Рәмил Ғабдуллин, Илнар Кашапов, Ғәлләмов Фәрит, Илнар Ҡотлоғолдин, Степан Федоров, Азат Фәйзуллин, Павел Егоров, Латипов Динар һәм мин, Латипов Фәрит бында өсөнсө көн ике мотопомпа менән эшләйбеҙ. Боҙҙоң ҡалынлығы быйыл 60-70 cантиметрға етә, ҡалын боҙҙа бырау менән уйымдар тишеп, һыуҙы кислород менән байытыу өсөн, мотопомпа белән бер мәкенән икенсеһенә һыу ағыҙабыҙ, - ти, тәбиғәткә битараф булмаған ауыл кешеләре.

Был изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – һәүәҫкәр балыҡсылар. Боҙ аҫтынан балыҡ тоторға яратыусылар әйтеүенсә, февраль-март айы– һыулыҡтарҙағы йән эйәләре өсөн еңел түгел, сөнки уларға кислород етешмәй. Мәкеләр уймаһаҡ – балык һауа етмәүҙән үлә, шуға күрә йыл да тиерлек был эште башҡаралар, ә йәйгеһен күлдең тирә-яғын ләмдән, сүп-сарҙан таҙарталар.  “Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә халыҡ белер” тигән  мәҡәл был осраҡта тура мәғәнәһендә тап килә. Киң күңелле кешеләр тарафынан эшләнгән бындай ҡышҡы һауа ванналары ысындан да балыҡтар өсөн ҙур бүләк.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Балыҡсылар изге эш башҡарҙы
Балыҡсылар изге эш башҡарҙы
Балыҡсылар изге эш башҡарҙы
Балыҡсылар изге эш башҡарҙы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас