Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Февраль 2024, 06:04

Дим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы

Башҡортостанда 2024 йылда Дим - Затон юлының 2,1 километрҙан ашыуын төҙөкләндереү күҙаллана. 

Дим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһыДим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы
Дим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы

Башҡортостанда 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфө районында Дим - Затон юлының 2,1 километрҙан ашыуын төҙөкләндереү күҙаллана. Был 2023 йылда ошо юлда ремонтланғанға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. Эштәр Миловка ауылы эргәһендә башҡарыла.

– Дим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы. Ул Өфөнөң Дим һәм Затон райондарын тоташтыра. Бынан тыш, юл Миловка, Ветошников һәм Мармылев халҡын транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Бында йәмәғәт транспорты йөрөй, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында бөтәһе 38 километр самаһы юлды төҙөкләндереү күҙаллана.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

bashgazet.ru

Дим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы
Дим - Затон трассаһы – мөһим транспорт артерияһы
Автор:
Читайте нас