Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Февраль 2024, 06:16

Өфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылды

Хәҙер лимондың «Салауат» тигән сорты ла бар 

Өфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылдыӨфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылды
Өфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылды

Ул ҡалаға 450 йыл тулыу уңайынан сығарылды. «Салауат» сорты иң ҙуры булып һанала. Уның ауырлығы — 1,8 килограмдан ашыу.

Хәҙерге көндә 1 гектар майҙанды биләгән теплицала 1,3 мең лимон ағасы үҫтерелә, улар йылына 25 тонна уңыш бирә. Йыл һайын баҡсаға 30 меңдән ашыу кеше килә.

Уҡытыу-тәжрибә хужалығының «Урман», «Салауат», «Ләйсән» сортлы лимондары һәм «Уралтау», «Зилә» цитрондары дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына индерелгән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң ботаника баҡсаһында фейхоаның сәскә атыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru

Өфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылды
Өфө лимонарийында ҡаланың 450 йыллығына цитрустарҙың яңы сорты сығарылды
Автор:
Читайте нас