Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Февраль 2024, 04:38

Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк

1 апрелдән үҙгәрештәр ғәмәлгә индереләсәк:

Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәкВодитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк
Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк

- Имтиханды ябайлаштырыу һәм рөхсәт ителгән хаталар һанын арттырыу.

- Штраф балдары биштән алып етегә тиклем арттырыла.

- Ҡала буйлап йөрөгәндә ике бәләкәй хата ебәрергә мөмкин — мәҫәлән, боролғанда һуңлап сигнал биреү йә моторҙы яңылыш һүндереү.

- Хәҙер имтиханды ҡабул итеүсе ЮХХДИ инспекторы алда түгел, ә артта ултырасаҡ.

- Инспекторҙың имтиханға ҡыҫылырға хоҡуғы булмаясаҡ.

- Имтиханда ҡулланылған автомобиль камера ғына түгел, өҫтәмә педалдәр сигнализаторы менән йыһазландырылырға тейеш. Ошоға бәйле, автомәктәп инструкторы үҙенең уҡыусыһына ярҙам итә алмаясаҡ.

- Руль артында эскән килеш йөрөгән өсөн хөкөм ителгәндәр, әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалғандар водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙан мәхрүм ителәсәк.

фОТО: fast.vk.com

Сығанаҡ: https://vk.com/teleuzak 

Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк
Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк
Автор:
Читайте нас