Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Февраль , 15:20

Үҫентеләр өсөн ашлама

Февраль-март айҙары - баҡса миҙгеленә әҙерләнеү, орлоҡ сәсеп, үрсетмәләр үҫтереү осоро.

Үҫентеләр өсөн ашлама
Үҫентеләр өсөн ашлама

Уңған хужабикәләр борос, сәскә сәсте лә инде. Сиратта - помидор һәм башҡа йәшелсәләр.

Ә үрсетмәләр тәрбиә талап итә. Өйҙә ҡул аҫтында булған һуған һәм йомортҡа быға бик ярап ҡала. Һуған төнәтмәһе файҙалы булыуҙан тыш шытымдарға дезинфекция ла яһай. Ул былай әҙерләнә: 

Биш литр һыуға 20 грамм һуған ҡабығы һалып, бер нисә көн төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алырға ла аҙнаһына ике тапҡыр һибергә.

Йомортҡа ҡабығын иһә былай ҡулланырға:

Өс литрлы банканың өстән ике өлөшөнә йомортҡа ҡабығы тултырып, өҫтөнә йылы һыу ҡойоп дүрт көн тоторға. Унан 1:3 нисбәтендә һыу ҡушып болғатып шытымдарға һибергә. 

Лилиә Нуретдинова фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-108059954_9727

Үҫентеләр өсөн ашлама
Үҫентеләр өсөн ашлама
Автор:
Читайте нас: