Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль , 22:08

Беҙ – спортсы ғаилә!

Ҡаныҡай ауылының йәш ғаиләләре сәләмәт тормош яҡлы  

Беҙ – спортсы ғаилә!
Беҙ – спортсы ғаилә!

Бөгөн, йәғни 28 февралдә, Айыт урта мәктәбенең Ҡаныҡай филиалында "Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә" тип аталған сара ойошторолдо.

Ауылдың иң йәш ғаиләләре: Лилиә һәм Булат Ноғомановтар, Гөлдәр һәм Илһам Әхмәтшиндар, Сәрбиназ һәм Дамир Сабитовтар төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ғаилә йылына арнап уҙғарылған был спорт-уйын сараһында улар балалары менән ҡатнашты. Мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндәге уҡыусылар менән шөғөләнеүсе Флорида Мирза ҡыҙы Сабитова ҡатнашыу­сыларҙы ярыш төрҙәрен ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо. 

Ғаилә парҙары спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте, обруч әйләндерҙе, арауыҡҡа йүгерҙе һәм башҡа ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта ябай булмаған эстафеталар һәм конкурстарҙа мәргәнлектә, сослоҡта һәм тиҙлектә көс һынашты. Улар араһында ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, электән үк спортҡа өҫтөнлөк биргән Әхмәтшиндар 1– се урын яуланы, уларҙан әҙгә генә ҡалышып, Сабитовтар 2 –се,  Ноғомановтар 3 – сө урын алды. Ҡышҡы матур көндә ярышта ҡатнашыусылар көс-дәрт, яҡшы кәйеф, ял алды һәм приздар менән бүләкләнде.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне. 

Беҙ – спортсы ғаилә!
Беҙ – спортсы ғаилә!
Беҙ – спортсы ғаилә!
Беҙ – спортсы ғаилә!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: