Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Февраль , 14:50

Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләнеләр

Саҡмағош районының тыл ветераны Әминә Хәйбрахманова 105 йәшен билдәләй

Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләнеләр
Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләнеләр

Киндеркүл ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыл эшсәне Әминә Хәйбрахманова 105 йәшен билдәләй. Хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләне.

«Яңы ғына бер быуатлыҡ юбилейында булғайным, биш йыл ғүмер үтеп тә киткән. Ул беҙҙе ныҡ көткән, ҡунаҡтар килеүенә ихлас ҡыуанды. Һәр кемдең һаулығы, тыныслыҡ, именлек өсөн доға ҡылды. Ошо йәшендә лә Әминә инәйҙең зиһене асыҡ, хәтере шәп», - тип яҙа район етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Әминә Ғиниәтулла ҡыҙының йәшлеге һуғыш йылдары, һуғыштан һуң илде тергеҙеү осорона тура килә. Ул ғүмере буйына колхозда эшләгән. Хәләл ефете менән алты бала тәрбиәләп үҫтергән, шуның өсөн «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған. Юбиляр үҙенең тыуған көнөн өс балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, 30 бүлә-бүләсәре һәм 8 тыуа-тыуасары менән ҡаршылай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөлә Мария Чернованың 105 йәшен билдәләүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләнеләр
Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләнеләр
Автор:
Читайте нас: