Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге

Бикҡол ауылында йәшәүсе Розалия һәм Илгиз Батраевтар хеҙмәттән йәм табып, балалары уңыштарына һөйөнөп, тырышып донъя көтә.

Күркәм ғаилә - ауыл биҙәгеКүркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге

Донъялағы иң йылы, яҡты, танһыҡ урын ул – ғаилә. Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынлы тотоу – ир-аттан. Ошоно күҙ уңында тотоп йәшәй ҙә Бикҡол ауылынан Розалия һәм Илгиз Батраевтар.

Рәйхан һәм Сәйфулла Батраевтар ғаиләһендәге дүрт баланың кинйәһе булған Илгиз йола буйынса, төп йортта ҡалған. Ул Аҙнай ауылы ҡыҙы Розалиәне кәләш итеп алған. Ауылдағы иң йәш ғаиләләрҙән һаналған был пар ауылдаштарын һоҡландырып, матур донъя көтөүсе ғаиләләрҙең береһе. Һәр ауыл кешеһе кеүек, бала саҡтан уҡ эш тәмен белеп үҫкән Илгиз менән Розалия бөгөн ауылдаштары өсөн ҙур терәк. Береһе - мал табибы булһа, икенсеһе - ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй.

- Икебеҙҙең дә эшебеҙ тынғыһыҙ: ирем егерме йылдан ашыу ветеринария ойошмаһында эшләй, үҙемдең ун һигеҙ йыл эш стажым бар. Тәүге йылдарҙа Набережный ауылында фельдшер-акушер булдым, хәҙер инде Бикҡолда йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәм. Уҙған йылда ауылда яңы заманса ФАП төҙөлдө, эшкә йөрөүе лә күңелле. Шулай уҡ 2023 йылдан алып Набережныйҙа йәшәүселәр ҙә минең ҡарамаҡта, - ти, һәр кемгә иғтибарлы булған Розалия Йәмил ҡыҙы.      

Эшһөйәр, бәхеттең нигеҙе хеҙмәттә икәнен яҡшы белгән Батраевтар ауыл тормошонан йәм табып йәшәй. Ауыл кешеһенә хас булғанса, улар күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, картуф һәм төрлө йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә. Йорт мәшәҡәттәрендә балалары ҙур терәк: бергәләшеп мал ҡарайҙар, башҡа эштәрҙә лә ярҙам итәләр.   

Татыу, милли рухлы ғаиләлә ата-әсә һөйөүенә төрөнөп, береһенән-береһе теремек ике ул үҫеп килә, Байрас Айыт урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы булһа, Байназар Ҡаныҡай мәктәбендә белем ала. Уҡыу алдынғыһы Байрас йыш ҡына төрлө шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар ала. Әлегә ул киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағы хаҡында ныҡлап бер фекергә килмәһә лә, бына спорт менән күптән дуҫлашҡан. Көрәшселәр нәҫеленән дауам итеүсе үҫмер йыш ҡына төрлө төбәк-ара ярыштарға йөрөй. Сәмле егеттең копилкаһында бер нисә миҙал бар ҙа инде. Атаһы һәм ағайҙары кеүек, Байрастың да һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ батырҙар менән көрәшеп, еңеүҙәр яулайһы алда әле.  

- Йыл һайын күпләп ҡаҙ бәпкәләре алабыҙ, улдарыбыҙ уларҙы ҡаҙ булып еткәнсе үҫтерешә. Байрас ике-өс йыл инде йәйге каникулда күпләп миндек бәйләп һата, шуның аҡсаһына үҙенә кәрәкле әйберҙәр ала. Ағалы-ҡустылы балыҡ ҡармаҡларға яраталар. Донъя мәшәҡәттәренән арынып, ғаиләбеҙ менән ял итергә лә өлгөрәбеҙ: республикабыҙҙың гүзәл ерҙәрендә, шулай уҡ төбәгебеҙҙәге Ҡыҙыл ҡойо, көкөртлө-водородлы шишмә буйҙарында һ.б. Йәйгеһен туған-тыумасабыҙ менән йыйылышып, үҙебеҙҙең йәмле Дим буйында ла ултырырға яратабыҙ, спектаклдәр ҡарарға ла, концерттарға йөрөргә лә ваҡыт табабыҙ - ти, улар.  

Батраевтар ғаиләһе сәләмәт тормош алып барыуҙары һәм барлыҡ туғандары менән тығыҙ аралашып йәшәүҙәре менән дә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Был йорттоң ишеге ауылдаштар, туғандар, дуҫтар өсөн дә һәр саҡ асыҡ. Илгиз менән Розалия әйтеүенсә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәрен һаҡлап, яҡындары менән аралашып йәшәү – үҙе оло бәхет. 

“Тормошта иң мөһиме – ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Ә нигеҙ ныҡлы булһын өсөн нимә кәрәк?” – тигән һорауыма Розалия Йәмил ҡыҙы: “Бер-береңә булған ышаныс тота ғаиләне”, – тип яуапланы. Эйе, ғаиләнең бәхет сере – уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тороуы, бәхетле, татыу, балаларға өлгө булып йәшәүҙәре. Уларҙы Ғаилә көнө менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Ғаилә архивынан алынған фото.

 

 

Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Автор:Гумерова Л
Читайте нас