Бына инде «Южный» совхозы ойошторолғанға 40 йыл уҙҙы. Шул ваҡыттан бирле күп һыуҙар аҡты, совхоздар ҙа, колхоздар ҙа юҡ инде. Барыһы ла нисек яҡшы башланғайны! Күптәр минең менән килешер, әгәр беҙ хәҙер совет осорондағы кеүек үк ашлыҡ, һөт, ит, бәрәңге етештерһәк, беҙ уларҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәҫ инек. Беҙ хәҙер нисек йәшәйбеҙ? Ауылда эш hәр ваҡытта ла
етeрлек, шуға күрә беҙгә күңелһеҙләнеп ултырырға мөмкин түгел. Йәштәр бик аҙ, ә беҙ инде пенсияла. Ваҡыттың уҙғанын бер кем дә туҡтата алмай.
Махсус хәрби операция күп нәмәне үҙгәртте. Набережный ауылы халҡы заман саҡырыуына яуап бирҙе. Алты ауылдашыбыҙ үҙ теләге менән беҙҙе нацистарҙан яҡлау өсөн махсус хәрби операцияға китте. Аллаhы Тәғәлә уларға еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙҙәренең ҙур булмаған батырлыҡтарын күрһәтә. Улар, пенсионерҙар, бик берҙәм рәүештә маскировка селтәрҙәре үрергә, блиндаж шәмдәре яһарға hәм фронтта кәрәкле әйберҙәр йыйырға тотондо. Уларҙың эшләгәнен ҡарап тороу күңелле. Был ниндәйҙер дискуссия клубы кеүек. Әлеге ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемдәрен әйтеп үтке килә: Замира Фәритова, Мөхтәрәмә Ғәйнетдинова, Зилә Райманова, Зөлфиә Сәғҙиева, Дания Вәлиева, Дилә Мурзина, Альмира Ибраhимова, Ләйлә Нәбиуллина, Резеда Иҙрисова, Ирина Копылова, Зөлфиә Дәүләтова. Ваҡыт-ваҡыт был исемлек яңы исемдәр менән тулылана.
Беҙҙең ауылыбыҙ ҙур булмаһа ла, һуғышсыларыбыҙға ярҙам итeргә теләүселeр бик күп. Мәҫәлән, Ольга Чернопрудова СВО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн өйөндә эшләй. Беҙҙең рәсми булмаған лидерыбыҙ Замира Фәритова әйтеүенсә, Ольга махсус хәрби операция үткәреү зонаһына бик күп әйбер, үҙ ҡулдары менән өс тистәгә яҡын пар ойоҡбаш бәйләп ебәргән. Ә хәҙер миңә әйтегеҙ, беҙҙе еңеп буламы? Күберәк әйтәйем, кемдең кем икәнен СВО асыҡ итеп күрһәтте. Беҙ, Рәсәй, бөйөк киләсәгебеҙҙең яңынан тергеҙелеүе алдында!
Минәхмәт РАЙМАНОВ,
Набережный ауылы.