Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Төндәрен алғы һыҙыҡ төшкә керә

Ирекле контракт буйынса Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан запастағы өлкән сержант Сухоречкаға ғаиләһе янына hәм элеккке эшенә әйләнеп ҡайтҡан

Төндәрен алғы һыҙыҡ төшкә керәТөндәрен алғы һыҙыҡ төшкә керә
Төндәрен алғы һыҙыҡ төшкә керә

Илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда инде ике йыл дауамында бик күп ҡарарҙар hәм актив рәүештә проблемаларға теләктәшлек талап итеүселәр араһында,тәү сиратта, Украинала махсус хәрби операция тора. Райондың күп кенә тораҡ пункттарынан хәрби комиссариатта төҙөлгән контракттар буйынса йәш егеттәр, оло йәштәге ир-аттар hәм хәрби ҡатын-ҡыҙҙар намыҫ менән хеҙмәт итә. Хәрби частәрҙәрҙән тыуған яҡтарына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡайҡас, уларҙы беҙҙең ауыл халҡы араһындағы йәмәғәт урындарында осратырға мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре контракт хеҙмәте срогы сыҡҡас, хәрби формаларын гражданлыҡ формаһына алыштырып, элекке эштәрен дауам итә.

— Мин Сухоречканан Төньяҡҡа махсус мобилизациянан һуң икенсе вахтаға китeм, — ти быйыл yҙене ҡырыҡ йәшен билдәләп үтeргә йыйыныусы ир-егет. — 2023 йылдың 15 сентябрендә контракт ваҡыты тамамланғас, армия хеҙмәтенән киттем. Яңы контракт төҙөп, хеҙмәтемде дауам итeргә теләгәйнем, ләкин яратҡан ҡатыным менән ҡыҙҙарым ҡаршы булды. Мин уларҙы тыңланым. Хeҙерге ваҡытта ХантыМансийск ҡалаһындағы «Газпромнефть — Хантос» йәмғиәтендә элекке эшемдә тауар операторы булып эшләйем. Йәш егет урта мәктәпте тамамлағас, Октябрьский нефть колледжында уҡып сыға. Унан һуң ике йыл армияла хеҙмәт итә. Башта Тула уҡыу үҙәгендә, ә унан һуң йыл ярым Тyбән Новгородта. Армиянан өлкән сержант званиеһында ҡайта. 2007 йылда бала саҡтан дуҫлашып йөрөгән Сухоречка ҡыҙы Эльзинага өйләнә. Эльзина Сухоречка ауылының «Радуга» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ул яратҡан иренә ике сибeр ҡыҙ бyләк иткән, улар урындағы урта мәктәптә уҡый.

— Минең хәрби билетымда хәрби комиссариатта һуғыш осоороноң ашығыс осрағына запаста булған барлыҡ хәрбиҙәргә бирелә торған мобилизация кyрһәтмәһе бар ине. Һәм мин, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, шәхси кабинет аша район хәрби комиссариатына үҙ теләгем менән СВОға барырға ғариза тапшырҙым, — тип иҫкә ала уҙған йылғы ваҡиғаларҙы һуғыш хәрәкәттәре ветераны. — Был 2023 ылдың 27 феврале ине. Райондан беҙ икәy — минең кеүек үк үҙ теләге менән китеүсе Мәнәүез-Мәскәү егете менән киттек. Ирекле контракт буйынса РФ Оборона министрлығының «БАРС» эксперименталь отрядына эләктем. Запорожье йүнәлешендә урынлашҡан ирекле батальонда бүлек командиры булып хеҙмәт итә башланым. Yҙемдең ҡул аҫтындағыларҙан тыш, миңә беркетелгeн эре калибрлы Дегтярев Шпагин пулеметы тоғро дуҫым булды. Армияла оҙаҡ йылдар дауамында бик яҡшы эшләүсе пулемет күп кенә хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан, сөнки ул һуғыш алдынан 1939 йылда яһалған. Бәлки ул Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡандыр?

Әңгмәсем күргәндәре hәм кисергәндәре тураһында һөйләй. Сөнки уларҙың батальоны «ҡыҙыл зона»ла була, унда ике яҡтан да даими атышалар. Һалдаттар үҙҙәре траншеялар ҡаҙыған, яралыларға ла, һуғыш кәрәк-яраҡтары өсөн дә иҫәпләнгән блиндаждар әҙерләгән, ашарға бешергән. Кесе ватандарынан гуманитар ярҙамды, маскировка селтәрҙәрен hәм хәбәрҙәрҙе шатланып ҡабул иткәндәр. Йәйгеһен эҫелек плюс 43 градусҡа ҡәҙәр еткән, ә көҙөн бысраҡ. Дyрт ай дауамында йыуыныу урындарында һыу булмаған, дымлы салфеткалар менән «йыуынырға» тура килгән. Землянкаларҙа йәшәү капиталь биналарға hәм тораҡ йорттарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ hәм хәүефһеҙерәк булған, уларға йыш ҡына дошман яғынан миномет hәм пушкалар йыш атҡан. Дошмандың ҙур hөжүм операцияһы рустарҙың һәм «барслыларҙың» ныҡлығы арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа осраған. Бында юғалтыуҙар ҙа шаҡтай ҙур булған, ләкин бер кем дә ҡурыҡмаған, ә яраланған һуғышсыларҙы шунда уҡ эвакуация төркөмдәре госпиталдәргә алып киткән.

Өйөнә ҡайтыуына биш ай уҙһа ла. Беҙҙең ветеран әйтеүенсә, төштәрендә йыш ҡына ул дошманға пулеметтан атыуын дауам итә.

— Мәҙәк хәлдәр ҙә булды, — тип йылмайып иҫкә ала һуғышсы. — Беҙҙең яныбыҙға бер бесәй эйәләште. Уны барыбыҙ ҙа ашаттыҡ hәм яғымлы итеп Катюша, тип йөрөттөк. Сысҡандар беҙе йонсотто, улар хатта ағастарға менеп, ботаҡтан ботаҡҡа һикерәләр ине., ошо бесәй бар ерҙәге сысҡандарҙы тотто.  Мине Украинаның ҡара тупрағы ғәжәпләндерҙе, ул метр ярым тәрәнлеккә етә. Ә беҙҙә ҡара тупраҡ 30 сантиметр тәрәнлектә бөтә. Ялан кухняһы өсөн ергә яңы киҫеп алынған ағастарҙан яһалған терәктәр ҡаҙай инек. Ә улар бе күпмелер ваҡыттан һуң вакыттан һуң үҫә башлай. Беҙ ғаиләлә дүрт малай үҫтек. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында, минән башҡа өс туғаныма ла армияла  хеҙмәт итергә тура килмәне. Мин үҙем өсөн геә түгел, ә улар өсөн дә изге хәрби бурысымды үтәнем, тип уйлайым. Әгәр ҙә Ватаныма уның сиктәрен һаҡлау буйынса яңынан ҡатнашыуым кәрәк булһа, мин ҡабат ғариза биреп, үҙ теләгем менән армияға барасаҡмын.

Владимир СМОЛОВ.

Фото ғаилә архивынан.

Төндәрен алғы һыҙыҡ төшкә керә
Төндәрен алғы һыҙыҡ төшкә керә
Автор:
Читайте нас