Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
11 Март 2024, 10:17

Башҡортостандә - дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды

Яңы ансамбль Республика көнөндә тәүге сығыштарын яһарға тейеш!     

Башҡортостандә -  дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылдыБашҡортостандә -  дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды
Башҡортостандә - дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡоростан Башлығы Радий Хәбиров яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Уның указына ярашлы, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды.

– Мәҙәниәт буйынса советта ҡурайсыларҙың дәүләт ансамблен булдырыу тураһында күп мөрәжәғәттәр килде. Беҙ мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән был йәһәттән ҡеүәтте тикшерҙек. Мәктәптәр ҙә бар, көслө артистар ҙа күп. Шулай булғас, бөгөнгө көндө республиканың дәүләт ҡурайсылар ансамблен булдырыу көнө тип иҫәпләргә була, – тине Радий Хәбиров кәңәшмәлә.

Радий Фәрит улы мәҙәниәт министрына тиҙ арала коллективтың базаһын булдырырға һәм эш башларға ҡушты. Улар кәмендә Республика көнөндә ансамбль булараҡ сығыш яһарға тейеш.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

bashgazet.ru

Башҡортостандә -  дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды
Башҡортостандә - дәүләт ҡурайсылар ансамбле булдырылды
Автор:
Читайте нас