Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Март 2024, 19:01

Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо ЮНЕСКО статусын алырға мөмкин

Был турала республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина белдерә. 

Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо ЮНЕСКО статусын алырға мөмкинБашҡортостандың традицион солоҡсолоғо ЮНЕСКО статусын алырға мөмкин
Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо ЮНЕСКО статусын алырға мөмкин

«Күптән түгел беҙ республика ауыл хужалығы министрлығында эшләгән коллегаларыбыҙ һәм ғилми берләшмә менән солоҡсолоҡто бөтә донъя ауыл хужалығы мираҫына индереү буйынса рәсми ғариза өҫтөндә эште тамамланыҡ. Был иһә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ошо кәсептә лидерлыҡты нығытырға мөмкинлек биргән тағы бер программаһы. ЮНЕСКО статусы башҡорт халҡының мәҙәниәтен популярлаштырырға һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ә республика умартасылары боронғо кәсепте уңышлы үҫтерә, оҫталығын йәштәргә өйрәтә һәм халыҡ-ара кимәлдә тәжрибә уртаҡлаша ала», — тине эфир ҡунағы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан — Ер йөҙөндә солоҡ умартасылығы кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын. Республика ғалимдары ике патент алды — «Бөрйән солоҡ бал ҡорто» тоҡомона һәм һеркә составы буйынса башҡорт балының географик килеп сығышын билдәләү ысулына.

Тармаҡтың үҫеше тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо ЮНЕСКО статусын алырға мөмкин
Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо ЮНЕСКО статусын алырға мөмкин
Автор:
Читайте нас