Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Үлем язаһы ҡабат ҡайтарыласаҡмы?

Дәүләт думаһында «Крокус Сити Холл»да булған теракттан һуң үлем язаһын ҡабат ҡайтарыу тураһында уйлана башланылар.

Үлем язаһы ҡабат ҡайтарыласаҡмы?
Үлем язаһы ҡабат ҡайтарыласаҡмы?
Спикер Вячеслав Володин Рәсәйҙә үлем язаһына мораторийҙы бөтөрөү өсөн референдум кәрәк булмаясағын белдерә, Конституцион судтың тейешле ҡарары етәсәк.

Ул әйтеүенсә, Конституцион суд ҡарары Европа Советы алдындағы бурыстарҙы үтәү өсөн ҡабул ителгән, әммә Рәсәй 2022 йылда унан сыҡҡан, шуға күрә мораторийҙы ғәмәлдән сығарыу фекер алышыуҙы талап итә. Володин үлем язаһын ҡулланыу һәм миграция сәйәсәте буйынса закондарҙы анализлау буйынса фракция-ара эшсе төркөм булдырырға тәҡдим итә. Уны вице-спикер Ирина Яровая етәкләйәсәк, ә уның составына барлыҡ фракциялар вәкилдәре керәсәк.

Элегерәк Дәүләт думаһында һәм Федерация Советында террорсылыҡ өсөн үлем язаһына мораторийҙы бөтөрөү мәсьәләһен күтәргәйнеләр. "Рәсәй Федерацияһында үлем язаһын ҡабат ҡайтарырға ярамай, сөнки хәҙерге ваҡытта ғүмерлеккә ултыртылган террорсылар етди фәнни тикшеренеүҙәр өсөн субъект булып тора. Улар янына ғалимдәр, фән докторҙары килә, улар террорсылыҡтың асылын, табиғәтен аңлар өсөн, уларҙың ышаныуҙарын үҙгәртергә һәм был механизмдың ҡайҙа икәнен аңларға мөмкинлек биреүсе тәьҫир итеү ысулдарын эҙләй", - тип белдерә Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы Ева Меркачева "РИА Новости" баҫмаһына биргән әңгәмәһендә.

Фракция етәкселәре араһында үлем язаһы индереүҙе хуплаусылар ҙа, бында ныҡ уйлап эш итергә кәрәклеген белдереүселәр ҙә бар.

Башинформ.

 

Үлем язаһы ҡабат ҡайтарыласаҡмы?
Үлем язаһы ҡабат ҡайтарыласаҡмы?
Автор:
Читайте нас: