Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көндәрҙең йылыныуы һәм ямғырҙарға бәйле, ҡар нығыраҡ ирей.
Был иһә 27 – 29 мартта йылғаларҙың ҡапыл ташыуына килтереүе ихтимал.
Синоптиктарҙың күҙаллауына ҡарағанда, республикала йылғаларҙың 5 – 15 апрелдә асылыуы көтөлә. Ағиҙел бассейны йылғаларында һыуҙың юғары кимәле норма сиктәрендә көтөлә, ә уның өҫкө ағымында норманан 20-60 сантимертға юғарыраҡ була, тип фаразлана.
Ағиҙел йылғаһының көтөлгән иң юғары кимәле:
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы: 430 – 530 сантиметр;
– Өфө ҡалаһы: 650 – 750 сантиметр;
– Бөрө ҡалаһы: 640 – 740 сантиметр;
– Шаҡша ҡасабаһы: 680 – 780 сантиметр.
Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының түбән биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал, тип иҫкәртә Башгидромет.
bashkizi.ru