Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Юлға ҡыр йәнлектәре сыға

Юлдарға ҡыр йәнлектәренең сығыу осраҡтары йышайыу сәбәпле, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы водителдаргә һаҡ булырға кәңәш итә.

Юлға ҡыр йәнлектәре сыға
Юлға ҡыр йәнлектәре сыға

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы водителдаргә һаҡ булырға кәңәш итә.

Бигерәк тә кискеһен һәм төндә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк.

Юлда мышыны бәрҙергән кешегә 80 мең һум штраф һалына. Ҡоралай өсөн 40 мең түләтәләр, ҡыр сусҡаһына – 30 мең, айыуға – 60 мең.

Ҡыр йәнлектәренә бәйле юл-транспорт ваҡиғаһы булған хәлдә, авария урынын ташлап китергә ярамай. Был 1,5 йылға автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүгә, йә 15 тәүлеккә ҡулға алыуға килтереүе ихтимал, тип иҫкәртә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре.   

https://bashkizi.ru
Юлға ҡыр йәнлектәре сыға
Юлға ҡыр йәнлектәре сыға
Автор:
Читайте нас: