-11 °С
Болотло
Ҡара ҡарға яҙ килтерә, тиҙәр. Ысынлап та, уларҙың яҙ билгеһе икәне һәр кемгә мәғлүм. Элегерәк уны яҙғы-баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған. Бер аҙ үҙгәртелгән был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.
28 мартта Йылбулактамаҡ мәҙәниәт йортонда татар-башҡорт халҡының киң билдәле «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был көндә ҡаҙанда тәмле бутҡа бешереп, балаларҙы һыйлап, ҡалғанын ҡарғаларға ла биргәндәр. Йола буйынса, тышта төрлө уйындар ҙа ойошторолған.
https://vk.com/club43415916