Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Субар ауылында тыуған. Ул пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, «Elbrus Team»бәһлеүәндәр мәктәбен ойоштороусы, «Көньяҡ Уралдың иң көслө кешеһе»проектын уңышлы алға әйҙәүсе, спорт буйынса ойоштороусы һәм тренер. «Мин үлмәнем, башҡорттар» фильмында Салауат Юлаев ролен башҡарыусы булараҡ та билдәле ул. Беҙҙең башҡорт бәһлеүәне илебеҙҙе бөтә донъяға танытты. Ул Гиннесс Рекордтар китабына индерелгән. Ҡулында хатта тимер таба ла ҡағыҙ кеүек бөгөлә, грелка ла ябай шар кеүек өрөлә, тиҙәр Эльбрус Ниғмәтуллин хаҡында.
Беҙ уның менән шикһеҙ ғорурланабыҙ. Ул беҙҙең йәштәребеҙгә өлгө булып тора. Исеме есеменә тура килгән Эльбрус Ниғмәтуллинды матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!