Өсөнсө йыл дауам иткән Украиналағы махсус хәрби операция, hис шикһеҙ, теләһә ҡайһы төбәктең hәм бәләкәй райондың көндәлек тормошонда айырым эҙ ҡалдыра. Сөнки бөгөн Украина милләтселәренә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендә илебеҙҙең барлыҡ тораҡ пункттарынан да тиерлек доброволецтар hәм контрактсылар һуғыша.
Халыҡтың Ватанды һаҡлаусыларға ҡарата айырыуса иғтирамлы мөнәсәбәте ауыл ерендә күҙәтелә. Бында кешеләр бер-береһен күптән белә, һуғышсыларға гуманитар ярҙам ебeреү өсөн аҡса hәм аҙыҡ-түлек йыйыуҙа актив ҡатнаша. Ҙур булмаған төркөмдәр көн һайын тиерлек маскировка селтәрҙәре yреү hәм маскировка халаттары тегеү менән шөғөлләнәләр. һәм һалдаттар йәки офицерҙар һуғыш урындарынан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка тыуған яҡтарына ҡайҡас, осрашыу ваҡытында ысын күңелдән шатланалар.
— Мин өсөнсө тапҡыр ялға ҡайттым, — ти командование тарафынан хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы hәм яҡшы хеҙмәте өсөн ике Рәхмәт хаты алған «Өфө» позывнойлы офицер. — 2022 йылдың 2 октябрендә район хәрби комиссариатынан мобилизация ландым. Беҙҙең командала өс офицер бар ине. Шулай килеп сыҡты, бөгөн мин генә хәрби хеҙмәтте дауам итәм. Ике хеҙмәттәшем туғандары hәм яҡындары янына иҫән-һау ҡайтып китте. Быға ҡәҙәр минең университеттағы хәрби кафедраны hәм Ырымбур өлкәһендәге Тоцк полигонында ике тапҡыр хәрби йыйындар уҙыуҙы иҫәпкә алмағанда, шәхси хәрби тәжрибәм юҡ ине. Хәҙер, әлбиттә, бар. Минең взводта Башҡортостандан һуғышсылар юҡ, минең барлыҡ хеҙмәттәштәрем Пензанан контрактсылар. Ләкин беҙ бер-беребеҙ менән уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Һуғыш шарттары һалдаттарҙы яҡынайтып ҡына ҡалмай, ә, әйтерһең дә, туғанлаштыра тиерлек. Тап бына шуның менән армия ҡәрҙәшлеге көслө лә. Сөнки яланда бер кеше һуғышсы түгел.
Офицер өйҙә ике яратҡан ҡыҙы менән ҡатыны нисек йылы hәм шатланып ҡаршы алыуҙары тураһында һөйләй. Ә унан һуң баштағы ике отпуск ваҡытындағы кеүек үк, ул мобилизацияға ҡәҙәр бергә эшләгән хеҙмәттeштәре менән күрешә һәм йылы аралаша. Уны ысын герой кеүек хөрмәт менән ҡаршы алғандар! Ғаилә ағзалары hәм барлыҡ хеҙмәттәштәре уның тиҙерәк һәм бөтөнләйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын hәм элекке эш урынына сығыуын бик көтә.
— Украинала ҡыш булманы тиерлек. Аҡ ҡарҙы мин өйҙә генә күрҙем, — тип йылмайып дауам итә ул. — Беҙ һуғышсылар менән Днепрҙың һул ярын дошмандың диверсия төркөмдәренең hөжүменән һәм провокацияларынан һаҡлайбыҙ. Милләтселәр hөжүмгә барырға ҡурҡа, сөнки улар беҙҙең ҡорал менән яҡшы дәрәжәлә тәьмин ителгәнебеҙҙе белә. Һалдаттарҙың ризығы тәмле hәм туҡлыҡлы. Ит менән аш hәм бутҡа бешерәбеҙ ә йәшелсә hәм еләк-емеште тыл хеҙмәте системалы рәүештә gетeрлек күләмдә килтерә. Беҙ
йылы блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Бер блиндажда ысын мунса яһаныҡ. Беҙ унда аҙна һайын йөрөйбөҙ. Минең ҡайҙа хеҙмәт итеүемде белеп, быйыл март башында алғы һыҙыҡҡа Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл советы башлығы Марат Яхин килеүе hәм күп гуманитар ярҙам алып килеүе мине бик тетрәндерҙе. Марат Ринат улы беҙгә шуруповерттар, бензин бысҡылары, киҫелгән таҡталар, йылы кейемдәр, ойоҡбаштар, блиндаж шәмндәре, маскировка селтәрҙәре hәм мейестәр алып килде. Тәм-томдар ҙа бик күп. Шәхсән үҙемдең hәм һуғышсыларымдың исеменән район хакимиәтенә, барлыҡ волонтерларға hәм маскировка селтәрҙәре yреүселәргә ҙур рәхмәт белдергем килә. Беҙҙең барлыҡ траншеялар, окоптар, блиндаждар, постар heм хатта мунса Бишбүләк районынан килгән маскировка селтәрҙәре менән йәшерелгән. Бындай ярҙам һуғышсыларҙың рухтарын нығыта, кәйефтәрен күтәрә һәм Еңеүҙең беҙҙең яҡта буласағына ышаныс уята!
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.