Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөнә арналған парад буламы?

Элегерәк бындай һорау алдыбыҙҙа бөтөнләй тормай ине.    

Еңеү көнөнә арналған парад буламы?
Еңеү көнөнә арналған парад буламы?

Һуңғы йылдарҙа парадтың үткәрелмәгән сағы ла булды.

Быйыл ул беҙҙә уҙасаҡ. Ғәҙәттәгесә, Өфөнөң Октябрь проспектында сафтарға теҙелеп үтәсәктәр. Ошо сараға арналған кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, хәрбиҙәр, юнармеецтар, кадеттар, курсанттар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнаша. Быйыл тәүгә Яза үтәү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығының ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙәре лә сығасаҡ. Барлығы 22 парад расчеты, тынлы оркестр булыуы күҙаллана.

Репетициялар һәр кесе йомала, 4, 11, 18 һәм 25 апрелдә, “Өфө-Арена” майҙанында була. Генераль репетиция 4 һәм 7 майҙа Ленин майҙанында үтә – юлдарҙың ябылыуы ихтимал.

Башинформ. 

Еңеү көнөнә арналған парад буламы?
Еңеү көнөнә арналған парад буламы?
Автор:
Читайте нас: