Дим буйҙары
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Эштәрҙе финанслау маҡсатында штаб һәм «Иман-Башҡортостан» хәйриә фонды булдырылды.

"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөп бөтәсәк
"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Республиканың бар халҡын тиерлек ҡыҙыҡһындырған был мәсет тиҙҙән төҙөлөп бөтә, тиҙәр. Республикаҫа идара итеү үҙәге вәкиле Рәзилә Мөсәбирова «Әр-Рәхим» мәсете мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк тип ышандыра.

Рәзилә Мөсәбирова республикала ғибәҙәт ҡоролмаларының оҙайлы төҙөлөү сәбәптәре тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашып былай тигән: "Тейешле кимәлдә финанслау етешмәүе, төҙөлөш масштабы һәм башҡа сәбәптәр менән бәйле".

«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөүҙе Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты алып бара. Эштәрҙе финанслау маҡсатында штаб һәм «Иман-Башҡортостан» хәйриә фонды булдырылған.

Баш ҡалабыҙҙы нурлап, тирә-яҡҡа иман нурҙары таратыр "Әр- Рәхим" мәсетенең төҙөлөп бөтөүен Башҡортостан халҡы нисә йылдар көтә. Тағы ла саҡ ҡына көтһәк...

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

https://bashgazet.ru/

"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөп бөтәсәк
"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөп бөтәсәк
Автор:
Читайте нас: