Дим буйҙары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Апрель , 08:52

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 205,6 мең кеше тәшкил иткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

Февраль аҙағына төбәктә 199,8 мең үҙмәшғүл теркәлгән, уларҙың һаны бер айҙа 2,9 процентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта, йыл башынан республикала үҙмәшғүлдәр һаны 10,5 процентҡа артҡан. Былтыр йыл аҙағына төбәктә 186,08 мең һөнәри килемгә һалым түләүсе иҫәпләнгән.

       Волга буйы федераль округында Башҡортостан үҙмәшғүлдәр һаны буйынса өсөнсө урында килә. Беренсе урында Татарстан, 322,6 мең үҙмәшғүл кеше, икенсе урында Һамар өлкәһе, унда 227,7 мең кеше теркәлгән.

Әйткәндәй,  2023 йылда төбәктә үҙмәшғүлдәр һаны 60 меңгә, йәғни 47 процентҡа артҡан. Улар бер йылда 759 миллион һум һалым түләгән, был 2022 йылға ҡарағанда 65,8 процентҡа күберәк. Ошо сумманың 67 проценты — республика бюджетына, ҡалғаны ФОМС бюджетына ингән.

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр күберәк төҙөлөштә, йөк ташыуҙа, маркетингта һәм рекламала, үҙ производстволары менән сауҙа итеүҙә һәм матурлыҡ индустрияһында мәшғүлдәр.

Баширнформ. 

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Автор:
Читайте нас: