Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Апрель , 08:40

Ишембайҙа – балалар ботаника баҡсаһы

Ул Тимашев ауылы мәктәбе нигеҙендә эшләй.

Ишембайҙа – балалар ботаника баҡсаһы
Ишембайҙа – балалар ботаника баҡсаһы

Ишембай ҡалаһы балалар экология-биология үҙәгенең экостанцияһында “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты (национальный проект "Образование") сиктәрендә Балалар ботаника баҡсаһы булдырылған.

Ул Тимашев ауылы мәктәбе нигеҙендә эшләй, тип хәбәр итә  Ишембай районы мәғариф идаралығы.

“Балалар ботаника баҡсалары селтәре балаларҙа экологик фекерләүҙе үҫтерә. Бында улар тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеген, кешенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон, уны һаҡлау өсөн ниндәй саралар күрергә мөмкин икәнлеген өйрәнәсәк. Балалар үҫемлектәр донъяһын танып белергә һәм һаҡларға өйрәнә, шулай уҡ планетаның киләсәге өсөн яуаплылыҡ тоя”, – ти балалар ботаника баҡсаһы етәксеһе Лилиә Зиамбетова.

Был башланғыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото һәм сығанаҡ: Ишембай районы мәғариф идаралығы.

bashgazet.ru

Ишембайҙа – балалар ботаника баҡсаһы
Ишембайҙа – балалар ботаника баҡсаһы
Ишембайҙа – балалар ботаника баҡсаһы
Автор:
Читайте нас: