Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Апрель , 18:04

Бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплыбыҙ

«Лом» позывнойлы һуғышсының төп бурысы — яу яланынан яралыларҙы алып сығыу

Бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплыбыҙ
Бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплыбыҙ

Һәр ҡайҙа яҙ һулышы һиҙелә: ағастар бөрөгә тулышҡан, тирә-йүндә ҡоштар һайрай. Бына ошондай йәмле ваҡытта махсус хәрби операциянан сираттағы төркөм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Улар араһында Ҡасҡын ауылы егете лә бар. Илде һаҡлауҙы төп бурысы итеп ҡуйған һалдатт атаһы, туғандары, ауылдаштары һөйөнөп ҡаршы алды.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы яҡташыбыҙ күптән инде контракт буйынса хеҙмәт итә. Билдәле, хәрби хеҙмәткәр булыу ир-егеттәрҙән ҡыйыулыҡ, белем, әхлаҡи-психологик һәм физик әҙерлек талап итә. “Лом” позыйнойлы яугир тап бына ошондай сифаттарға эйә лә инде.

Өләсәһе тәрбияһендә үҫкән егет башҡаларҙан күркәм холҡо менән айырылып тора, йәштән үк спорт менән ныҡлап мауыға. Мәктәпне тамамлағандан һуң, ул Стәрлебаштағы 107-се училищела һөнәр ала. Сәмле егет бынан ысын ир-егеттәргә кәрәкле тракторсы-машиснист, водитель таныҡлығы алып сыға. Шул ук ваҡытта киске  мәктәптә иретеп-        йәбештереүсе өнәрен дә үҙләштерә. Ә 2015 йылдың  яҙында Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыла.

–Хәрби хеҙмәтемде Байкал аръягы хәрби округында танк ғәскәрҙәрендә үттем. Ярты йылдан һуң контракт төҙөнөм һәм хеҙмәтемде Итурупта дауам иттем. Унда климат шарттары шаҡтай ҡырыҫ: ҡар күп, йәйгеһен бер өҙлөкһөҙ ямғыр ҡоя, тайфун ҡотора,  - тип, әңгәне дауам итә ул. - Ә инде Украинала хәрби операция башланғас, беҙҙе бер батальонға туплап, Донецкиға ебәрҙеләр. Әйтергә кәрәк, беҙ яҡшы әҙерләнгәйнек. Әлеге мәлдә беренсе линиялабыҙ, беҙ бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплы икәнебеҙҙе аңлап эш итәбеҙ.

Ялда булһа ла, туғандарына ярҙам йөҙөнән төҙөлөш эштәренә тотонған яугирҙән ундағы көнкүреш шарттары һәм тәбиғәт тураһында ҡыҙыҡһынам.

– Беҙ землянкала йәшәйбеҙ, аҙыҡ-түлек килтерәләр, ашарға үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Барлыҡ кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән тәьмин итәләр, Сахалин яҡтарынан да әленән-әле гумконвой килеп тора. Ново-Михайловкаға яҡын ғына бер ауыл бар, унда бер әбей менән бабай ғына йәшәй, уларҙы йәлләп, йыш ҡына уларға ла продукттар илтәбеҙ. Һуғыш-һуғыш инде, унда ниндәй матурлыҡ булһын, ҡайҙа ҡарама емереклектәр, воронкалар, ҡыйралған ағастар, - тип һөйләй ул ҡысҡаса ғына.  

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡыйыу  һуғышсының наградалары ҙа бар. 2023 йылдың февраль айында уны беренсе “Батырлык өсөн” миҙалы менән бүләклйҙәр. Бынан тыш, үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ефройтор тағын ике тапҡыр “Хәрби ҡыйыулығы өсөн” һәм йәнә “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған.

- Мин эвакуация төркөмөндә. Минем бурыс - яу яланынан яраланған иптәштәремде алып сығыу. Шунан уларҙы санитар-медиктарға тапшырабыҙ, яраланыуҙарына ҡарап, Донецкиға йәки башҡа ҡалаларға ебәрәләр,-  ти, бихисап ғүмерҙәрҙе ҡоткарыусы яҡташыбыҙ.

Эйе, герой булып тыумайҙар, ҡайһы берәүҙәрҙе тормош герой яһай. “Лом” позывнойлы яҡташыбыҙ кеүектәрҙең ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте күп нәмә тураһында һөйләй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Фото шәхси архивтан.

Бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплыбыҙ
Бер-беребеҙҙең ғүмере өсөн яуаплыбыҙ
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: