Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Апрель , 16:38

Милли кейем килешә!

Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса билдәләнә.

Милли кейем килешә!
Милли кейем килешә!

Республикабыҙҙа Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был көн төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, татыулыҡты нығыта. Был хаҡта Мең ырыуы йыйынында ла телгә алынды.  

- Бөгөн икеләтә байрам,  беренсенән,  мең ырыуы ойошторолоуға утыҙ йыл булһа, икенсенән милли кейем көнө. Белеүебеҙсә, милли кейемгә йылдан-йыл иғтибар арта. Беҙ  2020 йылдан алып, Милли кейем көнөн билдәләйбеҙ. Был сарала барыһы ла ихлас ҡатнаша. Халыҡтар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу, хуплау алды. Милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар арта. Һәр сараға, байрамдарыбыҙға милли кейемдә йөрөү – матур йолаға инде. Әлеге байрамға ла милли кейемдәрҙә килеүселәр күп булыуы һөйөнөслө хәл, - тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы. 

Милли кейем килешә!
Милли кейем килешә!
Милли кейем килешә!
Милли кейем килешә!
Милли кейем килешә!
Милли кейем килешә!
Автор:
Читайте нас: