Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ел-дауыл Ғафури районында булған. Бында мәктәптең түбәһе дауылдан шаҡтай зыян күргән.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә Өфө – Стәрлетамак юлына ағастар ауған, дип зарлана урындагы халыҡ.
Һауа торошона килгәндә, бөгөн, 1 майҙа, республикала көндөҙ +11,+16 градус йылы. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ел тиҙлеге секундына 17 метрға ҡәҙәр етәсәк, ти синоптиктар.
Иртәгә, 2 майҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Ямғырҙар көтөлә. Һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +10,+15 градус. Төндә ҡырау төшөүе ихтимал.
Башинформ.