Мәғлүмәт технологиялары заманына ҡарамаҫтан, почта, бигерәк тә ауылдарҙа, кешеләр араһында иң мөhим элемтә пункты булып ҡала. Ауыл халҡы бында төрлө маҡсат менән килә: матбуғатҡа яҙылырға, тораҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләргә, кәрәкле тауар һатып алырға. Ә почтальондың эше ауылда әле hаман да кәрәк. Дим аууылының почта элемтәһе бyлексәһе начальнигы булып Олег Аҫылйән улы Тимербаев ун алтынсы йыл эшләй. Ул үҙ эшен яуаплы башөара hәм барыһын да hәр ваҡыт ваҡытында эшләй. Почта бyлексәһе эшсәнлеген яҡшы һөҙөмтәләре лә шунан килә. Ҙур булмаған, ләкин татыу коллективта өс кеше эшләй. Күп йылдар инде почтальон вазифаһында намыҫлы хеҙмәт итә: Флүрә Дәүләт ҡыҙы Шәймәрҙәноваға Дим hәм Ольховка тораҡ пункттары беркетелгән, Ирина Владимировна Хөснуллина Аҙнай hәм Тулбай ауылдарын хеҙмәтләндерә. Халыҡ гәзит-журналдарҙы ваҡытында алһын өсөн улар эҫелә лә, һалҡында ла, ямғыр hәм ҡар яуғанда ла унар километрҙан артыҡ юл үтә. Халыҡ менән тырыш hәм индивидуаль эшләү һөҙөмтәһендә 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы планы тулыһынса үтәлә. Бындай эштә уңыштың нигеҙе — гәзиттең потенциаль уҡыусылары менән уртаҡ тел табыу, намыҫлы хеҙмәт һәм теүәллек. Олег Аҫылйән улы әйтеүенсә, яҙылыу декадаһы яҡшы үткән. Аҙнай hәм Тулбай ауылдарында йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек район гәзитенә яҙылған. Яҙылыу дауам итә. Почта бүлексәһе начальнигы Дим ауылы халҡы ла тиҙҙән әүҙем яҙыла башлар, тип ышандыра.
— Ғәҙәттә беҙҙең яҙылыусыларыбыҙ — пенсионерҙар, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ ауыл советы хеҙмәткәрҙәре. Иң көтөп алған hәм уҡыла торған гәзиттәр, әлбиттә, район гәзиттәре «Светлый путь» менән «Яҡты юлдан». Тәү сиратта уларға район яңылыҡтарын белеү өсөн яҙылалар, шулай уҡ күптәр «1000 советов» журналына яҙыла, — тип билдәләп үтә Олег Аҫылйән улы.
Почта бүлексәһенең эш планына аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙарын һатыу, аҡса күсереү, посылкалар ҡабул итеү h.б. керә. Бүлексә начальнигы клиенттар менән иғтибарлы hәм тактик, hәр кем өсөн йылы һүҙ табасаҡ, бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартмаясаҡ. Эшләгән йылдарында ул хеҙмәттәштәренең hәм клиенттарының хөрмәтен генә түгел, ә халыҡтың ышанысын да яулаған.
Наилә СӘБӘХОВА.