Акцияның бурысы – Бөйөк Ватан һуғышы осоронлдағы фажиғәле ваҡиғалар һәм батырлыҡтар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау. 1941-45 йылдарҙа Еңеү көнөн байрам итеүҙең төп ваҡиғаларында шәхсән ҡатнашып, беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән миллионлаған кешеләрҙең быуатлыҡ хәтеренең коллектив образын булдырыу. Беҙ Бишбүләк районында йәшәүселәрҙе "Хәтер стенаһы" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ, ул махсус стенд урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота, унда теләгән һәр кем 8 һәм 9 майҙа йыл һайын “Үлемһеҙ полк” халыҡ йөрөшөндә алып барған үҙ геройығыҙҙың портретын беркетә ала, фамилияһы, атаһының исеме һәм йәшәгән йылдарын күрһәтергә кәрәк. Фотоны ямғыр яуһа, боҙолмаҫ өсөн ламинацияларға йәки файлға ҡуйырға кәрәк. Һәм шулай уҡ теләгән һәр кем 2024 йылдың 2 майынан 8-се майына ҡәҙәр Бишбүләк тарихи-этнография музейына үҙ геройҙарының портреттарвын һәм улар тураһында мәғлүмәтте mauk.bmuzei@mail.ru электрон почтаға ебәрә ала, мәғлүмәттә һуғыш һәм тыл ветеранының фамилияһы, исеме, тыуған һәм үлгән датаһын, шулай уҡ ҡыҫҡаса биографияһын күрһәтергә мөмкин.
Барлыҡ фотолар ҙа “Хәтер стенаһына” урынлаштырыласаҡ, уны 9 майҙа майҙан яғынан Еңеү паркы янында күрергә мөмкин буласаҡ. Еңеү көнөнән һуң йыйылған барлыҡ фотолар һәм материалдар ҡабат ҡайтарыласаҡ йәки район музейы архивына тапшырыласаҡ.
Акцияның үҙенсәлеге шунда: теләгән һәр кем, туғандарын иҫкә алып, был эштә ҡатнаша ала. Байрамдан – Еңеү көнөнән һуң барлыҡ фотолар район музейы сайтында электрон базала һаҡланасаҡ.
"Хәтер стенаһы" Бөтә Рәсәй акцияһы – ул Ватанды яҡлаған, яу яланында һуғышҡан һәм тылда хеҙмәт иткән ата-бабаларыбыҙға рәхмәт әйтеү нөмкинселеге.
Беҙ уларҙы иҫтә тоторға тейеш!
Тел: 8 (34743) 2-14-27. Бишбүләк районының "Үлемһеҙ полк"штабы.