Ҡасҡын һәм Йылбулаҡтамаҡ ауылдарында йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янына йыйылды. Унда тыл хеҙмәтсәндәре, ауыл халҡы, ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Тантаналы сараны ауыл хәкимиәте башлығы Р.Р. Ниғмәтйәнов асып, һәммәһен дә байрам уңайынан тәбрикләп үтте. Был дата һәр кем өсөн мөһим булып тора, сөнки һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә булмаған. Сығыш яһаусылар Бөйөк Еңеүҙең миллиондарса ҡорбан менән яулап алыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ата-бабаларыбыҙ ҡаһармандарса көрәшеп, һуғышта ҡан ҡойһа, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм үҫмерҙәр тылда фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Бөгөн дә Еңеүселәрҙең ейәндәре ил һағында тора. Барыбыҙ ҙа уларҙың Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Йола буйынса, митингыла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә сәскәләр һалды һәм уларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Рәсми өлөштән һуң, һәүәҫкәр артистар концерт номерҙары менән сығыш яһаны, шулай уҡ һуғыш йылы балаларына Башҡортостан Башлығы Р.Хәбировтың ҡотлау открыткалары таратылды.
https://vk.com/public204067658