Ҡамыр өсөн: һауытҡа 2 йомортҡа һытып, тоҙ һалып, 100 г үҫемлек майы йә аҡ май, 200–250 мл һыу ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Артабан грамм он (яҡынса 900 г) һалып, ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек: 1,5–2 кг ит, 1,5–2 кг бәрәңге, 300 г башлы һуған, 400 мл һурпа, тәменсә тоҙ, борос.
Ҡамырҙың дүрттән бер өлөшөн алып ҡуйып, ҡалған ҙурыраҡ өлөшөн 4-5 мм ҡалынлыҡта таба ситенән бер аҙ сығып торорлоҡ итеп йәйәбеҙ.
Ит менән бәрәңгене шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм икеһен бергә ҡушабыҙ. Ваҡлап туралған һуған, тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. Әҙер эслекте табалағы ҡамырға өйөп һалабыҙ һәм ҡамырҙың ситтәрен күтәртеп бөгәбеҙ. Аҙаҡ бәләкәсерәк ҡамырҙы йәйеп, бәлештең өҫтөнә ябабыҙ, ситтәрен семетеп ябабыҙ.
Бәлештең өҫтөн майлап, духовкаға тығабыҙ. Духовка ҡызыу булып, бәлештең өҫтө көйә башлаһа, дымлы ҡағыҙ ябырға мөмкин. Бәлеште 1-1,5 сәғәт тотҡандан һуң, духовканан алып, ҡапҡасты асабыз һәм алдан әҙерләп ҡуйған һурпаны һалабыҙ ҙа, ҡапҡасын ябып, бешеп сыҡҡансы духовкала тотабыҙ.
Бәлеште табынға үҙ табаһында ултыртабыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
https://gazeta-toratau.ru