Кесе hәм урта бизнес район иҡтисадының кyп тармаҡтарында бар, кесе hәм урта предприятиелар эшсәнлегенә халыҡтың барлык социаль төркөмө йәлеп ителгән. Эшҡыуарлыҡ үҫеше район иҡтисадының дөйөм торошона туранан-тура йоғонто яһай, баҙарҙы тауар hәм хеҙмәттәр белeн тәьмин итеүгә, иҡтисади яҡтан аҡланған конкуренцияны үҫтереүгә, яңы эш урындары heм производстволар төҙөүгә, шулай уҡ һалым базаһын формалаштырырға ярҙам итә. Бишбүләк районында барлығы 47 инвестиция проекты бар. Шуларҙың береһе — заманса «Дельта» тегеү предприятиеһы тегеү цехы төҙөү проектын ҡаралған. 40 эш урыны бар, 35 млн. һум аҡса керетергә hәм хеҙмәткәрҙәр һанын 100 кешегә ҡәҙәр арттырырға планлаштыралар. Район территорияһында йыл һайын кесе hәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше кyҙәтелә. Мәҫәлән, әлеге мәлдә 519 кесе эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, шуларҙың 81-е — юридик зат, 438-е — шәхси эшҡыуар.
Социаль контракт нигеҙендe адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә 2022 йылда 13 гражданинға дөйөм суммаһы 3,5 млн. һумлыҡ адреслы социаль ярҙам кyрһәтелде. 2023 йылда тугыҙ гражданинға 3 млн. һумлыҡ ярҙам бирелде. 2024 йылдың 1 кварталында дyрт гражданин 1,4 млн. һумлыҡ ярҙам алды. 2023 йылда социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаһында И.Р. Әхмәтшин (балалар спортын үҫтереү) ҡатнашты.
Беҙҙең район аграрийҙары йыл һайын керемле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға гранттар алыу программаһында, «Агростартап», «Ғаилә фермаларын үҫтереү» hәм «Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын булдырыу hәм үҫтереү» программаларында ҡатнашалар.
2023 йылда Ф.М. Абзалова хужалығы ғаилә фермаларын үҫтереүгә 4723,2 мең һум күләмендә Грант алды. 2023 йылда ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарын үҫтереүгә «УСАК-КИЧУ МОЛОКО» СПоК, «БИЖБУЛЯКСКИЙ КОМБИКОРМ» СПоК, «БИЖБУЛЯКСКИЙ ФЕРМЕР» СПоК 7204,220 мең һумлыҡ субсидиялар алды. Һуңғы йылдарҙа районда йәшелсә һәм еләк-емеш үҫтереү кеүек ауыл хужалғы тармаҡтары үҫеш ала. Зиновьев Г.В. хужалығы һарымһаҡ үҫтереп һатыу менән шөғөлләнә. Ноғоманов Б.G. хужалығы асыҡ тупраҡта еләк үҫтерә. Йыл һайын әлеге тармаҡта үҫеш башларға ниәтләгән инициативалы граждандар, эшҡуарҙар барлыҡҡа килә.
Район территорияһында 10 СПоК — бал эшкәртеү hәм һатыу, йомшаҡ сыр hәм һөт продукттары, ҡатнашаҙыҡ етештереү, мал салыу цехы, ит эшкәртеү һәм ит ярымфабрикаттары етештереү эшләй. Районда балыҡсылыҡ бик кәрәкле hәм тиҙ үҫеш алыусы эшсәнлек төрҙәренең береһе булып тора. Район территорияһында ете фермер хужалығы балыҡ, шул иҫәптән осетр, форель, карп, йәйен үҫтереү менән шөғөлләнә. Был эшсәнлек балыҡ һатыу өсөн генә түгел, ә туристарҙы йәлеп итеү өсөн дә популяр. Митрофанов Ю.И. йәмғиәте төрлө төҫтәге баҫғыр hәм карп үрсетә. 2021 йылда форель фермаһына 4 меңгә яҡын кеше килгән, 2022 йылда — 6 мең кеше, 2023 йылда — 7,5 мең. Тиманкин Р.В. хужалығы карп үрсетеү менән шөғөлләнә. Быуа территорияһында туристар өсөн ял итеү урыны төҙөлгән, икенсе йыл йыhазландырылған пляж эшләй. Васильев А.Р. хуgалығы ябыҡ урында Африка йәйене үрсетә. Трофимов С.В. хужалығы осетр үрсетеү менән шөғөлләнә. Эшҡыуар Сиражетдинов М.З. Тумаш ауылындағы быуала бағыр балығы үрсетеү менән шөғөлләнә. Шәхси эшкуар Сираев Г.Р. 2023 йылда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 1532,1 мең һум күләмендә субсидия алды, беҙҙең районда Дим йылғаһы буйлап йөҙөү ойошторорға планлаштыра, бының өсөн барлыҡ кәрәкле йөҙөү ойошторорға ниәтләй, бының өсөн йыһаз һатып алынған инде.
2023 йылда «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса беҙҙең районға 650 кеше килде. Әлеге программа буйынса 213 кеше туристлыҡ маршруттары буйынса, шул иҫәптән 209 кеше Башҡортостан Республикаһы буйлап, икеһе Беларусь Республикаһына, икеһе Абхазия Республикаһына, Сочи ҡалаһында булды. 2023 йылдың июлендә «Бишбалыҡ» гастрономия фестивалендә «Уралтуристик» туристлыҡ агентлығы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. «Уралтуристик» heм «Баштур», «Манго» (Шәхси эшҡыуар Кәлимуллина И.Ф.) туристик агентлыҡтары ҡатнашлығы менән бҙҙең районға 211 кеше килде. Шәхси эшҡыуар Сираев Г.Р. тарафынан «Бишбүләктең биш бүләге» туристлыҡ маршруты эшләнде. Шәхси эшҡыуар Кәлимуллина И.Ф. («МанБишбүләк Райпоһы рәйесе Р.Р. Гәрәев. Шәхси эшҡыуар Р.Ф. Ихсанов. Шәхси эшҡыуар О.Г. Имашева — сауҙа. Шәхси эшҡыуар И.Ф. Кәлимуллина — туризм. Шәхси эшҡыуар Г.Р. Сираев — туризм, ауыл хужалығы» турагентлығы) тарафынан «Бишбүләк районының ете мөғжизәһе» маршруты әҙерләнде. Туризмды үҫтереү өсөн пляждар, кемпинг объекттары, яңы туристик маршруттар булдырыу, туристлыҡ локациялары өсөн йыһаздар һатып алыу, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса туристлыҡ инфраструктураһына ярҙам итеү буйынса яңы грант программалары барлыҡҡа килә. Эшҡыуарҙар менән актив хеҙмәттәшлек итеү маҡсатынан район хакимиәтендә даими рәүештә «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үткәрелә башланы. Бындай формат ярҙамында эшҡыуарҙар менән туранан-тура проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн шарттар тураһында һөйләшәбеҙ. 2023 йылдың 12 айында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында 51 кәңәшмә уҙғарылды, 155 млн. һумға яҡын 72 проект ҡаралды. 2024 йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нең 17 ултырышы үткәрелде, 30 млн. һумлыҡ 29 проект ҡаралды. Һуғышсыларыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бик актив ярҙам күрһәткәндәре өсөн эшҡыуарҙарыбыҙға ҙур рәхмәт. Улар насар юлдарҙа йөрөй ала торған автомобилдәр, махсус йыhаздар, квадрокоптерҙар, ағас материалдары h.б. һатып алалар, үҙ майҙандарында маскировка селтәрҙәре yреү өсөн дә урындар бирә, үҙҙәре үрәләр, мейестәр яһайҙар h.б.
Районда hәм Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Йыл һайын эшҡыуарлыҡ проекттарына финанс ярҙамы күрһәтелә, кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү hәм уларға ярҙам итеү программалары ҡабул ителә. РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә: «Һеҙ көслө кешеләр, Рәсәйгә ярҙам итегеҙ. Рәсәй капиталы, бында алынған аҡса ил өсөн, уның милли үҫеше өсөн эшләргә тейеш. Бөгөн беҙҙә инфраструктура, эшкәртеү сәнәғәте, эске туризм, башҡа күп тармаҡтарҙа ҙур перспективалар асыла».
Айрат МОРАТШИН,
район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте hәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары.