Берәүҙәр уны еңел үткәрһә, кемгәлер бик ауыр, тиҙерәк һалҡын көндәр етеүен көтөп ала алмай. Айырыуса хроник сирлеләр, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусылар, ауыр кәүҙәлеләр һәм дә метеоһиҙгер кешеләр өсөн ҡыйын. Эҫенән баш ауырта, тыу алыуы ауырлаша, күҙ алдары ҡараңғылана…
Эҫе һаулыҡҡа зыян килтермәһен өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе тоторға кәрәк:
- Урамда йөрөүҙе сикләргә. Эҫелә урамда, асыҡ һауала йөрөүҙе мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Айырыуса ҡояштың иң ҡыҙыу ваҡыта – иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем. Был ваҡытта тышта йөрөү сәләмәт кеше өсөн дә хәүефле булыуы ихтимал. Ҡояш нурҙарынан һаҡлау өсөн, асыҡ урында йөрөгәндә тәндең күп өлөшөн ҡапларға тырышырға кәңәш ителә.
- Организмға физик көсөргәнеште кәметергә, булған эштәрҙе иртән иртүк эшләргә йәиһә ҡояштың ҡайнарлығы кәмегәс, кискелеккә ҡалдырырға.
- Урамға сыҡҡанда өҫкә тәбиғи туҡыманан тегелгән, асыҡ төҫтәге кейем кейергә. Кейемдең яғаһы муйынды һығып торорға тейеш түгел. Урамда мотлаҡ йәйге еңел баш кейеме кейеп йөрөргә һәм ҡояштан һаҡлаусы күҙлек, ҡулсатыр ҡулланырға.
- Күберәк һыу эсергә, тәүлегенә кәмендә 1,5 л эсемлек (сәй, компот, морс, минераль һыу, кефир, һөт һ.б) эсергә. Газлы, шәкәре күп булған эсемлектәрҙе ҡулланыуҙан баш тартырға. Эҫелә ризыҡтар ҙа тиҙ генә боҙолоп барыусан, шунлыҡтан яңы әҙерләнгән аҙыҡты ғына ашарға тырышығыҙ. Шулай уҡ магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алғанда ла уларҙың ҡулланыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Эҫелә йәшлесә-емеш кеүек еңел үҙләштерелә торған аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә. Ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә лә онотмағыҙ: ашар алдынан ҡулдарҙы һабынлап йыуығыҙ, йәшелсә-емештәрҙе лә яҡшылап таҙа һыу менән йыуырға онотмағыҙ.
- Алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланмаҫҡа, сөнки улар организмды һыуһыҙландыра һәм был насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
- Тәндең ҡыҙыуын баҫыу сараһын күрергә. Бының өсөн аяҡ-ҡулдарҙы, битте һалҡын һыу менән сайҡатырға, һалҡын һыу менән ҡойонорға, һыу инергә мөмкин.
Һеҙҙең янығыҙҙағы кешеләргә ярҙам кәрәк булыуын айырым билдәләп үтеү фарыз. Янығыҙҙа кемдеңдер ҡапыл хәле насарайып, күҙ алды ҡараңғыланыуына, баш, йөрәк ауыртыуына зарлана икән, уға күләгәгә күсергә ярҙам итеп, әҙ генә тоҙлораҡ һыу эсергә тәҡдим итегеҙ. Һуңынан мөмкинлек булһа, тәнен һыуытырға тырышығыҙ. Бының өсөн ҡулдарын, аяҡтарын һыуға тығығыҙ.
Башҡа эҫе ҡапҡанда кешенең ныҡ итеп башы ауыртыуы, күңеле болғанып, ҡоҫҡо килеүе, йөрәк тибеше йышайыуы күҙәтелә. Хәле хөрт булһа, тын алыуы ауырлашып, аңын юғалтыуы, хатта комаға китеүе бар.
Еңелсә эҫе тейгәндә иң тәүге ярҙам – кешене эҫенән һалҡын урынға күсереү, сисендереп, һалҡын еүеш туҡыма менән уратыу һәм һалҡын һыу эсереү.
ye102.ru