Республикала төбәк башлығы булараҡ эштәрҙең башында Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйларға кәрәклеген hәм уңайлы мөхитен формалаштырыу — иң мөhим бурыстарҙың береһе, сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың тормош сифатын күтәреүгә ярҙам итә, тип билдәләп үтте. Был үҙ эсенә төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын, яҡшы үҫеш алған инфраструктураны hәм мәҙәни сараларҙы ала.
Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йыл һайын Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән булдырылған «Тораҡ hәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса үткәрелә. Биш йыл эсендә милли проект ярҙамында республикала 683 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән, шул иҫәптән 2023 йылда — 1320,3 млн һумға 123 йәмғиәт территорияһы, шуларҙың 20,09 млн һумы — Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы. Бишбүләк районы республика hәм федераль программаларҙа актив ҡатнаша. Ғәмәлгә ашырыла торған проекттарҙың береһе — «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» милли проекты сиктәрендә «БР Бишбүләк районы Айыт ауылында Йәштәр паркын төҙөкләндереү».
Әлеге проект өсөн рейтинг тауыш биреүҙе ойоштороу буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан ҙур эш башҡарылды. Һөҙөмтәлә, ауылдың барлыҡ халҡын, райондан ситтә йәшәүсе яҡташтарын рейтинг тауыш биреүендә ҡатнаштырыу юлы менән, хакимиәт белгестeренең hәм волонтерҙарҙың тырыш хеҙмәте ярҙамында проект иң күп тауыш йыя алды. Проектта уңышлы ҡатнашыу өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте саралар комплексы үткәрҙе: ер-кадастр эштәре, ер участогын топографик төшөрөп алыу, дизайн-проект hәм проект-смета документацияһы эшләнде. Әлеге проект сиктәрендә Айыт ауылында төҙөлөш икенсе этабы тамамланыуға яҡынлаша. Икенсе этап эштәренең подрядсылары — «РефСтройПроект» йәмғиәте, шулай уҡ «Ардекс» йәмғиәте булды. Эштәрҙе башҡарыуҙың планлаштырылған ваҡыты — ағымдағы йылдың сентябренә ҡәҙәр. Бөгөнгө көндә йүгереү юлдары яһалған, йәйәүлеләр юлдары өсөн тротуар плиткаһын йәйеү, шулай уҡ спорт hәм балалар майҙансыҡтарын резина менән ҡаплау тамамланған.
2024 йылда ауыл халҡы ППМИ проектында (Урындағы инициативаларға теләктәшлек белдереү программаһы) ҡатнашты hәм «Айыт ауылында Йәштәр паркына кереү юлын төҙөкләндереү» проекты менән еңде. Проекттың хаҡы 1307319 һум тәшкил итте. Шуларҙан ерле бюджет 135 мең һум, республика бюджеты 900 мең һум аҡса бүлеп бирәсәк. Ауыл халҡы Йәштәр паркы тиҙҙән яратҡан ял итеү урындарының береһе буласаҡ hәм был яңы урында йәш быуын күңелле hәм һаулыҡ өсөн файҙалы ял итәсәк, тип ышана.
— Минеңсә, айыттар бындай тыныс hәм уңайлы урынды юҡҡа ғына һайламаған. Бындай матур парк беҙҙең ауыл халҡы hәм ҡунаҡтарҙы өсөн йәлеп итеү урыны буласаҡ. Беҙҙең хөрмәтле Илдар Рәйес улы Ғимаев төҙөкләндереүҙе һәм матурлыҡты ярата ине. Һәм, әйтергә кәрeк, беҙ барлыҡ изге эштәребеҙҙе уға бағышлайбыҙ. Бәләкәй аҙымдар менән булһа ла беҙ ауылыбыҙҙың сәскә атыуына таба барабыҙ, — тип үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша Айыт ауылында йәшәүсе Рәйсә Хафизова.
Наилә СӘБӘХОВА.
Автор фотоһы.