Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бай спорт саралары көтә

Йәмле Граф күле буйында (Баймаҡ районы) 15-16 августа уҙғарылған сара республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы ойошторола.

"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бай спорт саралары көтә
"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бай спорт саралары көтә

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт аты”  халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале башҡорт атының һанын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү генә түгел, шул уҡ ваҡытта милли традицияларҙы, атҡа бәйле бөтә  ҙур мираҫты, йолаларҙы һаҡлау ҡалыу, халыҡ һөнәрмәндәрен, ат кәрәк-яраҡтарын эшләүсе оҫталарҙы табыу, ҡымыҙсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағын популярлаштырыу, спорт, медицина, халыҡ ижады, фәнни тикшеренеү мәсьәләрен таратыу һәм өйрәнеү икәнлеген билдәләп үтте. Фестивалде ойоштороусылар быйылғы йылда масштаблы спорт программаһы планлаштырыуҙарын билдәләне.

15 август көнө фестиваль “Ҡара ҡаплан” тип аталған боронғо төрки халҡының һуғышсан сәнғәте буйынса Гран- при менән асыласаҡ. Ул төрлө дисциплиналар төрҙәренән көрәш стиле ҡатнаштырылған көрәш төрө. Алдан һайлап алыу турын үткән иң көслө һигеҙ көрәшсе, уның ҡағиҙәләренә һәм талаптарына ярашлы, иң көслө көрәшсе хоҡуғын алыу өсөн көс һынашасаҡ.

Шул уҡ көндә үҫмерҙәр араһында спорт көрәше “грэпплинг” үтә, шулай уҡ ир –аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса республика турнирҙары үтәсәк.

16 августа милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса спорт турнирҙары үтә. “Бәйге” күп төрлө башҡорт ярыштары буйынса Халыҡ- ара фестиваль дә ҡаралған. Уның сиктәрендә көс экстримы буйынса спортсылар 150 кг ауырлығындағы ташты күтәреү, ырғытыу, бүрәнәләрҙе тартыу кеүек ярыштарҙа көс һынаша.

Уҡсылар “Ирәндек мәргәне” Асыҡ республика турнирында ҡатнашасаҡ.

Спорт программаһының иң сағыу ваҡиғаларының береһе  - “Урал батыр” халыҡ-ара иң  көслөләрҙең халыҡ-ара турниры үтәсәк. “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулына күп тапҡыр эйә булған, стронменг буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры Эльбрус Ниғмәтуллин Рәсәйҙең иң көслө спортсылары ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы сара тәҡдим итәсәк.

16 августа  шулай ук хоббихорсинг буйынса турнир үтә. Унда 15 йәштән өлкәнерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Хәйер, ярыштар сиктәрендә бер ниндәй ҙә йәш сикләүе ҡуйылмай, теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Хоббихорсинг – таяҡтағы уйынсыҡ аттарҙа йөрөгән йәштәрҙең ижтимағи бер ағымы. Тәүҙә күрһәтмә программаһы була. Унда спортсылар был төр буйынса бөтә элементтарҙы ла күрһәтәсәк. Аҙаҡ төркөмдәр буйынса ярыш була, командала алты кеше.

Фестивалде ойошторусылар сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ГТО комплексы нормативтарын үтәргә саҡыра.

Фото: Илнар Салауатов

bashgazet.ru

"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бай спорт саралары көтә
"Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыусыларҙы бай спорт саралары көтә
Автор:
Читайте нас: