«Мин республикабыҙҙың бик яҡшы үҫеш алыуын беләм. Беҙ барыбыҙ ҙа бик татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, эшләргә, үҫеш алырға теләйбеҙ. Бергәләп беҙ бик күп яҡшы эштәр башҡарабыҙ. Былар барыһы ла — шул иҫәптән, бер нимәгә лә ҡарамаҫтан, ябай итеп кенә үҙ эштәрен башҡарыусы, ғәжәйеп уңыштарға ирешеүсе, тыуған Башҡортостанын данлаусы хеҙмәт кешеләре ярҙамы менән».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Республика көнө алдынан 2021 йылдың 8 октябрендә Рәсәй hәм Башҡортостандың дәүләт бүләктәре тапшырыу тантанаһында яһаған сығышынан.
Дим ауыл Советы ауыл биләмәһендә алты тораҡ пункт бар, унда бөгөнгө көндә иң тотороҡло үҫешкән булып Тулыбай ауылы һанала, hәм былар барыһы ла — был ауыл халҡының үҙҙәренең әүҙем тормош рәүеше һәм Рәфил Марат улы Арыҫланов етәкселегендәге урындағы фермер хужалығының барлыҡ сараларға ҙур ярҙам күрһәтеүе һөҙөмтәһе.
— Бөгөнгө көндә район hәм республика территорияһындағы теләһә ҡайһы тораҡ пункттың именлеге күбеһенсә хәкимиәт вертикале структураһының әүҙем эшмәкәрлегенә, был осраҡта беҙҙең ауыл ерлеге хәкимиәте ҡуйған бурыстарҙың үтәлешенә бәйле, — ти Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Михайлович Ходак. — Әммә иң мөhиме — был, тәү сиратта, халыҡтың ыңғай кәйефенә һәм был тораҡ пункттарҙа ауыл хужалығы предприятиелары булыуға
бәйле. Беҙҙең район — ауыл хужалығы районы бит. Күп кенә ғаиләләрҙә бөгөн төп йәшәү рәүеше сығанағы булып уларҙың мал-тыуары һәм йорт йорт яны участогында үҫтерелгән продукция тора. Ләкин урындарҙа яҡшы машина-трактор паркы һәм фермер (крәҫтиән) хужалыҡтары булғанда ғына, үҙ ғаиләләре өсөн һыйыр һәм шулай уҡ башҡа ваҡ малдарҙы аҫрарға ла, бәрәңге, күп йыллыҡ үләндәр һәм йәшелсәләр ултыртырға ла мөмкин. Улар иген сәсә, илгә ашлыҡ һәм һөт бирә, хатта тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Тулбай ауылындағы Рәфил Арыҫлановтың крәҫтиән-фермер хужалығы бөгөн тап бына шундай хужалыҡ булып тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, халыҡ үҙ хужалыҡтарында ғына эшләмәй. Рәфил Марат улы — староста, ул Тулбай ауылындағы хәлдәр өсөн яуаплы,
тип әйтергә була, йыйылыштарҙа һәм ауыл сходтарында Тулыбай халҡының барлыҡ уй-фекерҙәре hәм проблемалары тап бына уның аша хәл ителә. Бәлки
шуғалыр ҙа инде бына күп йылдар рәттән ауыл ерендә йәшәүселәр тарафынан депутаттар корпусы вәкиле итеп һайлана hәм Дим ауыл Советының 5-cе саҡырылыш депутаты булып тора. Барлыҡ үткәрелә торған социаль, мәҙәни-спорт сараларында ауыл халҡы өсөн байрадарҙың төп бағыусыһы һәм иң актив ойоштороусыһы булып тора. Бының өсөн уны хөрмәт итәбеҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ!
Быйыл Рәфил Марат улы үҙ ерендә тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу эштәрен башланы. Уның ҡарамағына 783 гектар ер беркетелгән, унда 120 гектарҙа көҙгө арыш, 100 гектарҙа көҙгө бойҙай, 117 гектарҙа йомшаҡ һабан боҙайы, йөҙ гектарҙа һоло һәм яҫмыҡ кеүек hәр культуралар айырым сәселгән. Йөҙ гектар майҙанда суданка ла бар әле. Крәҫтиән-фермер хужалығында тракторҙарҙы, комбайндарҙы hәм тағылма ҡоролмаларҙы ла индереп, техника менән тулыһынса тәьмин ителгән.
— 2024 йылда беҙ көнбағыш сәсеү өсөн ҡиммәтле яңы сәскес һатып алдыҡ, — тип һөйләй Рәфил Марат улы. — Беҙ уны үҙ аҡсабыҙға ғына алдыҡ. Әммә 2016 йылда беҙгә «Стартап» программаһы буйынса дәүләт ярҙамы бик ҡулай булды. Һәм эш урынынан ҡуҙғалды. Хәҙер беҙ аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып торған хужалыҡ. Yҫемлекселектән тыш, малсылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнәбеҙ. Һыйыр малының дөйөм һаны арта hәм бөгөн йөҙҙән артыҡ баш бар. Ә һауын һыйырҙары — 50 баш. Һәр көн юғары сортлы һигеҙ йөҙ литрҙан ашыу һөт һауып, Бәләбәй һөт заводына оҙатабыҙ. Ваҡ малдар ҙа бар. Хужалыҡ һыйырҙар, быҙауҙар, һарыҡтар hәм аттар өсөн аҙыҡ әҙерләүҙе тулыһынса тамамланы. Бөгөн артып ҡалған бесәнде төргәктәрҙә килеш, алырға теләүсергә осһоҙ хаҡҡа һатабыҙ.
Бишбүләк районында йыш ямғырҙар яуыу һәм климат шарттарының тотороҡһоҙ булыуы, йыш ҡына көслө ел арҡаһында, ауыл хужалығы предприятиеларында урып-йыйыу эштәре ауырлыҡ менән башҡарыла. Әлегә был эштә һиҙелерлек уңыштарға ирешә торған берҙән-бер хужалыҡ — Рәфил Арыҫлановтың крәҫтиән-фермер хужалығы. Бында урып-йыйыуҙы ваҡытында башлағандар hәм көслө ямғырҙарға ҡәҙәр үк, 100 гектар майҙанда көҙгө бойҙай йыйып алғандар. Иген культураларының дымлылығы 11 процент тәшкил иткән, гектарына 25 центнер сыға.
Тулбайҙа йәшәүсе Раиса Петровна Яковлева, урамда сит кешеләр күреп, беҙҙең һөйләшеүгә ҡушылды.
— Бер айҙан миңә 79 йәш тула. Мин Ырымбур өлкәһенең Юғары Көрмәҙе ауылында тыуғанмын. Ата-әсәйем Тулбайға 1952 йылда күсеп килде. Мин бында йәшәүсе халыҡтың телдәрен: рус, башҡорт, татар hәм сыуаш телдәрен беләм. “Дим” совхозының hәм беҙҙең бүлексәнең совет осоро күҙ алдымда үтте. Балаларым Ольга менән Григорий тыуған ауылдарында ҡалып, бөгөн бар ғаиләләре менән район hәм республика хаҡына ауыл хужалығы культуралары үҫтереп, хеҙмәт итеүҙәрен дауам итә. Бына беҙ шундай патриоттар! Йыл һайын эшкәртелә торған, ҡаралған hәм төрлө иген культуралары сәселгән баҫыуҙар күҙҙәрҙе иркәләй. Балаларыма hәм ейәндәремә ҡулымдан килгәнсә, ярҙам итeргә тырышам. Ҡулдарымда көс бар әле, аяҡтарымда тыуған еремдә ныҡ баҫып торам.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.