Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Октябрь 2024, 03:23

Фермалар малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә

Быйыл көҙөн район хужалыҡтарында 9427 баш мал аҙбарҙарҙа ҡышлатыуға күсергә тейеш

Фермалар малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнәФермалар малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә
Фермалар малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә

Әлеге һауа торошо шарттары малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтар өсөн ярайһы тиергә була, сөнки малдар көтөүлектәрҙә йөрөй. Әммә оҙайлы һалҡындар башланыу менән, уларҙы алдан әҙерләнгән биналарға һәм һөт-тауар фермаларының һыйыр аҙбарҙарына күсерә башлаясаҡтар.

Малдарҙы ҡышлатыу — ауыл халҡы өсөн оҙаҡҡа һуҙыла торған осор, ул хатта урып-йыйыуға ҡарағанда ла яуаплыраҡ. Бында ял көндәре лә, отпуск та юҡ, насар hауа шарттары арҡаһында ла эшләмәйенсә булмай. Һәм бына бер йүнәлеште һайлап, хужалыҡтарҙың был яуаплы осорға әҙерлек барышы менән танышыу маҡсатында, беҙ район ауыл
хужалығы идараһының баш зоотехнигы Шайнур Лоҡмановменән ауыл хужалығы предприятиеларының малсылыҡ объекттары буйлап йөрөп сығырға булдыҡ.

«Зерновая компания» йәмғиәтендә малсылыҡ фермаһы ауыл үҙeгендә урынлашҡан һәм шаҡтай майҙанды биләй. Бында 133 баш мал бар, шуларҙың 40-ғы — һауын һыйыры.
Механизаторҙар тырышлығы менән 900 төргәктән ашыу бесән килтерелгән. Шулай уҡ 800 тонна яҡшы сифатлы сенаж һалынған. Һәр шартлы һыйырға ҡышҡы осорға 45-шәр центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Хәҙерге ваҡытта урындағы төҙөүселәр ангар тибындағы ҙур бесән һаҡлағыс төҙөй. Биналарҙа ҙур ремонт эштәре башҡарылмаған, әммә улар барыһы ла тиерлек малдарҙы ҡабул итергә әҙер. Беҙ ҡарап сыҡҡан быҙау аҙбарында йылы, быҙауҙарҙы ла яҡшы ашаталар ине.
«Дим» йәмғиәтендә 200 баш һыйыр малы һәм шуның ҡәҙәр үк ат аҫрала. Бында ферма эргәһендә генә бик ҙур майҙанда бесән һәм һалам төргәктәре бөхтә итеп өйөлгән. Үткән йылғы ике сенаж ямы ла бар. Беҙ килгәндә, ташылған бесән төргәктәренән хужалыҡ етәксеһе Рөстәм Мөхтәсимов етәкселегендә яңы пирамида һалына ине. Уларҙы баҫыуҙан МТЗ — 82.1 тракторҙары менән механизаторҙар Фатих Гәрәев hәм Илшат Булатов махсус йыhазландырылған ҙур тағылмаларҙа килтерә.

«Марс» йәмғиәте фермаһында булыуы ла бик оҡшаны! Алыҫтан ул мал аҫрау биналарына түгел, ә берәй мәҙәни объектҡа оҡшаған: стеналары ап-аҡ, ә тирә-яҡта — таҙалыҡ һәм тәртип. Шундай уҡ күренеш ферма эсендә лә күҙәтелә. Һыйыр аҙбарында малдарҙы аҫрау өсөн яҡшы шарттар булдырылған, тип әйтергә була. Был һөт-тауар фермаһы йыл һайын районда ҡышҡа әҙерлек буйынса иң яҡшыларҙан һанала. Бында етәксе Рөстәм Рәмзил улы Бәҙретдиновтың hәм фермала эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дә өлөшө ҙур. Фермала тәжрибәле иретеп йәбештереүсе Илдар Юнысов hәм слесарь Фәрхәз Йосопов һыйыр һауыу урындарына бара торған һыуүткәргес селтәрҙәрен ремонтлайҙар ине. 162-нән
торған шартлы малға 500 тонна төргәктәрҙә бесән hәм 521 тонна силос бар.
Һыйыр малы ғына түгел, ә ат аҫрауға тотонған С. Юлаев исемендәге хужалыҡта булғандан һуң, беҙ биналарҙы әҙерләү тейешле дәрәжәлә барыуына инандыҡ: ике ялланған хеҙмәткәр ферма бинаһының ҡапҡаларын ремонтлай ине. Хужалыҡ малдарҙы ҡышлатыу өсөн 300 тонна бесән heм 200 тонна һалам әҙерләгән. Хужалыҡта 173 баш һыйыр hәм башҡорт тоҡомло аттан торған шартлы мал башына бөгөнгө көндә ауыл хужалығы идараһының иҡтисад бүлеге мәғлүмәте буйынса ни бары 10,1 центнер аҙыҡ берәмеге генә иҫәплeнә, ә район буйынса был уртаса күрһәткес 23,30 центнер аҙыҡ берәмеге тәшкил итә. Бында әлегe көҙгө көндәр уйланырға һәм бының өҫтөндә эшләргә мөмкинлек бирә.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.

Артур Амур улы Ғәлиев, райондың ауыл хужалығы идараһы башлығы:

—Урып-йыйыу эштәре тамамланғандан һуң, агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең алдында яңы бурыс тора — малдарҙы ҡышлатыуҙы тейешле дәрәжәлә ойоштороу һәм уҙғарыу. Ямғырлы йәй булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең хужалыҡтар һыйыр фермаларын тупаҫ hәм һыуһыл аҙыҡ менән дә, шулай уҡ фураж менән дә тәьмин итте. Мал аҙығы базаһында бесән һәм һалам етерлек. Шулай итеп, мал аҙығы әҙерләү буйынса планлы күрһәткестәр йөҙ процентҡа үтәлде — был 16000 тонна бесән, 5208 тонна һалам, 20 000 тонна сенаж һәм 21375 тонна силос. Мал ҡураларын ремонтлау алдағы һалҡындарға ҡәҙәр дауам итә. Хәҙер иң мөhиме — барыһына ла былтырғы күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм малдарҙың һанын кәметмәҫкә кәрәк! Беҙҙең  ауыл тауар етештереүселәре килемдең алтмыш процентын малсылыҡ продукцияһын һатыуҙан ала бит. Шулай булғас, ауырлыҡ hәм һауымдың артыуы хужалыҡ эшенең иң яҡшы күрһәткесе лә, коллективтың ойошҡанлығы ла. Быларҙың барыһына ла намыҫлы эшләүсе кадрҙар булғанда ғына ирешеп була. Етәкселәргә эш урындарында инструктаж үткәрергә, электр үткәргестәре hәм электр йыhаздарының эшен, шулай уҡ быҙау аҙбарҙарында hәм мал ҡараусыларҙың ял итеү бүлмәләрендәге электр йылытҡыстарын hәм ҡышҡы осорҙа мейестәрҙе йыш тикшереп торорға кәрәк буласаҡ.

 

“Башҡортостанда “АПК лидерҙары” тип аталған программа ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның буйынса агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләнәсәк, ауыл хужалығын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү камиллаштырыласаҡ. “Башта биш-алты аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡорамадар һатып аласаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.

 

 

Фермалар малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә
Фермалар малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерләнә
Автор:
Читайте нас