Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Ноябрь , 12:44

Ҡылыс hәм акинак хәнйәрҙәрен һаҡлайҙар

Археологтарҙы Бишбүләк тарихи-этнография музейында район территорияһында йәшәгән сармат hәм сармат ҡәбиләләренеке булған табылған әйберҙәр  ҡыҙыҡһындырҙы

Ҡылыс hәм акинак хәнйәрҙәрен һаҡлайҙар
Ҡылыс hәм акинак хәнйәрҙәрен һаҡлайҙар

Беҙ, әллә ни артыҡ уйлап та тормайынса, үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙҙең тарихының башы итеп яратҡан ауылыбыҙҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын иҫәйләйбеҙ. Күптәр әлеге тарихты хәҙер 1930 йылда Бишбүләк районы барлыҡҡа килеү менән бәйләй. Һәм был — яңылыш ҡараш. Был хаҡта Бишбүләк тарихи-этнография музейына кереп, район территорияһында табылған боронғо экспонаттар менән танышҡас, аңлай башлайһың. Бынан тиҫтәләрсә мең йылдар элек ҡуйы үҫемлектәр hәм һыуһыл япраҡтар менән туҡланып, бында көн күргән мамонт һөйәктәре, шулай уҡ экспозицияла булған ташҡа әйләнгән ағас кисәге күҙаллауҙы ғәжәпләндерә. Былар тураһында районыбыҙ территорияһында кешеләрҙең йәшәгәнлеген боронғо  оҫталар ҡулы менән яһалған матди культура артифактары «һөйләй». Һәм бындай ҡиммәтле экспонаттар бында берәү генә түгел.

Күптән түгел Бишбүләк тарихи-этнография музейында эш визиты менән Өфө тарих, тел hәм әҙбиәт институты хеҙмәткәрҙәре тарих фәндәре кандидаттары Никита Сергеевич Савельев (төркөм етәксеһе), Евгений Владимирович Русланов hәм Антон Сергеевич Проценко булып китте. Улар йәй буйы экспедицияларҙа боронғо ерлектәрҙә археологик ҡаҙыуҙар үткәрә, ә һалҡындар башланғас, район музейҙары буйлап йөрөп, булған тарихи экспонаттарҙы өйрәнә.

— Археолог ғалимдарҙы беҙҙең эраға ҡәҙәр VI — V быуаттарҙа район территорияһында йәшәгән сармат hәм сармат ҡәбиләрәнеке булған табылдыҡ ҡыҙыҡһындырҙы, — ти Бишбүләк тарихи-этнография музейының кесе фәнни хеҙмәткәре Вероника Мөхәмәтова. — Былар һынған сармат акинак кинжалы hәм беҙҙең эраға ҡәҙәрге IV быуат  башы сармат ҡылысы. Музейҙа беҙҙең эраға ҡәҙәрге III — II йөҙ элекке экспонаттар ҙа бар. Яңы табылғандарҙан — яңы эраға ҡәҙәр V — IV быуатта яһалған скиф хәнйәре («салоха» тибындағы) ла бар. Ҡыҙыҡлы табылдыҡтарҙан (ул һирәк осрай торған экземпляр — беҙҙең эраның XIII — XIV быуат осорондағы Алтын Урҙаның бронза пластинаһынан яһалған көҙгө. Был табылдыҡтар менән танышҡас, ғалимдар үҙҙәренең һөҙөмтәләре менән ғәжәпкә ҡалдырҙы: музей экспонаттары район территорияһында боронғонан уҡ кешеләр йәшәгәнлеген раҫлай. Былар — сармат hәм сармат ҡәбиләләре. Бындай ерлектәр Йылбулаҡтамаҡ hәм Ҡасҡын ауылдары тирәһендә булған. Бында уларҙың хатта үҙҙәренең изге урындары ла булған. Бында ерле халыҡ тарафынан табылған hәм музейға тапшырылған ватыҡ хәнйәрҙәр йыш осрай. Изге урында һуғышыу тыйылған булған, шуға күрә бындай хәнйәрҙәр ватылған. Район территорияһында был ҡәбиләләрҙең атаҡлы башлыҡтарын ерләү урындары ла бар. Былар — ҡулдан өйөлгән, тимәк, яһалма ҡурғандар, урындың дөйөм  ландшафт hәм географик һыҙығынан һиҙелерлек айырылып тора. Мәҫәлән, Баҙлыҡ ауылы янындағы Трехгорье. Халыҡ араһында булған риүәйәт буйынса, был ҡурғандар баhадирҙар сабатаһынан ҡойолған тупраҡтан барлыҡҡа килгән. Йәғни улар вулкан атыуҙан түгел, ә ҡулдан яһалған булып сыға.

Йылбулаҡтамаҡ Матвеевка ауылынан йыраҡ түгел тигеҙ урында урынлашҡан бәләкәй генә Ҡабантау тауы тураһында ла шундай уҡ риүәйәт бар. Риүәйәттә әйтелгәнсә, меңдәрсә һуғышсы бер нисә ай буйы үҙҙәренең атаҡлы башлыҡтарын ерләү өсөн тупраҡты үҙҙәренең итәктәрендә йөрөткән. Археологтар киләһе йәйҙә район территорияһында ҡаҙыныу эштәрен башларға hәм был риүәйәттәрҙең дөрөҫлөгөнә инанырға вәғәҙә итә. Был археологияла яңылыҡ һәм Бишбүләк районы тарихының яңы бите булырға мөмкин.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Ҡылыс hәм акинак хәнйәрҙәрен һаҡлайҙар
Ҡылыс hәм акинак хәнйәрҙәрен һаҡлайҙар
Ҡылыс hәм акинак хәнйәрҙәрен һаҡлайҙар
Автор:
Читайте нас: