Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
11 Апрель 2025, 09:58

Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар

Аҙнай ауылынан Миһрановтар ғаиләһенең тарихы ата-бабаларыбыҙҙың азатлыҡ һәм тыныслыҡ өсөн көрәшкән батырлыҡтарын сағылдыра.

Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө барБөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар
Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар

Бөйөк Еңеү салюты яңғырағанға 80-йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, шанлы йылдар ауазы әле лә ишетелеп алғандай тойола, тарих йылъяҙмаһына яңынан-яңы биттәр өҫтәлә, хәтирәләр яңыра, иҫтәлектәр яҙыла.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән барыһы ла китә: тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған, дары еҫен еҫкәп ҡараған ирҙәр ҙә, кисә генә һуғыш уйыны уйнаған малайҙар ҙа. Барыһын да мәңгелек дошманға ҡарата күрә алмаусанлыҡ берләштерә. Аҙнай ауылынан Миһрановтар ғаиләһенән һуғышҡа ағалы-энеле дүрт бер туған китә һәм уларҙың ни  бары береһенә генә тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу насип була. 
- Шәрәфҡол ҡарттатай менән Ғәҙелбаныу ҡәртнәй икеһе лә етем була, уларҙы йәшләй димләп өйләндергәндәр. Улар алты бала үҫтерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан, йәни 1938  йылда, өлкән улдары Мырҙағолдо Салауат районына тимер юлы төҙөү өсөн эшкә ебәрәләр. Әммә улар егеп барған колхоз аты юғала  һәм ул, яуапҡа тарттырылыуҙан ҡурҡып, ҡабат ауылға әйләнеп ҡайта һәм Белорет районына китә. Һуғыш башланғас, уға ла повестка тотторалар. Үкенескә күрә, тыуған ауылына уның иҫән булыуы йәки үлеме тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр килмәй. Беҙ бер нисә йыл элек, беҙ уның тураһында мәғлүмат һорап, Белорет районының Егәҙе ауыл Советына мөрәжәғәт иткәйнек, ә унда “похоронку вручить некому” тигән ҡағыҙ килгән була. Шулай итеп,оҙаҡ  йылдар хәбәрһеҙ юғалған, тип һаналған атайымдың оло  ағаһы гвардия старшинаһы Мырҙағол Миһрановтың 34-се  айырым гвардия танк полкы составында һуғышып, 1943 йылдың ноябрендә Чернигов районының Ново-Екатериновка ауылы өсөн барған ҡаты алыштар ҙа һәләк булыуын белдек, - ти  Ғәбделмәжит Кәрим улы, өҫтәл өҫтөндәге архив материалдарын  ҡулына алып.
Миһрановтар ғаиләһенән 22 йәшлек Сәһәрйәргә лә улына ҡорал алып, Ватанды һаҡлар өсөн яуға китергә сират етә. 1941 йылда  Брянск фронтының 6-cы уҡсылар кавалерия дивизияһының 333-сө уҡсылар полкы составында һуғышҡа инә. Ата-әсәһе фронттан килгән  хаттарҙы бик ҡәҙерләп һаҡлай һәм күрше-тирәлә йәшәүселәрҙән ҡабат-ҡабат уҡыттыра. Әммә шул саҡта ауылға йыш килгән ҡайғылы хәбәрҙәр уларҙың йортон да урап уҙмай,1943 йылдың февралендә рядовой Сәһәрйәр Миһрановтың һәләк булыуы билдәле була. Ул Харьков өлкәһенең Алексеевка ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә (1943 йыл, 16 февраль). 

Сәһәрйәр артынса егерме йәшлек Мәжиткә лә повестка тотторалар һәм ул да фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша башлай. Аҙнайҙан бер көндә һуғышҡа киткән Хәйҙәр Вахитов, Шәймәрдәнов Мәсәлим һәм Мәжитте бар ауыл менән оҙатып ҡалалар. Бигерәк тә, моңло тауышлы йырсы, оҫта гармунсы Мәжит киткәс, бар ауыл һүнеп ҡалғандай тойола.

Һуғышҡа инер алдынан, Мәжит Шәрәфҡол улы полк мәктәбендә командирҙар әҙерләү буйынса ҡыҫҡа сроклы курстар үтә һәм 70-се  гвардия уҡсылар дивизияһының 207-се гвардия уҡсылар полкы  составында дошман менән һуғыша. Украина ерендәге тигеҙ булмаған алыштар йәш һалдатты ҡорос кеүек сыныҡтара. Ҡыйыу һәм үткер ауыл егете взвод командиры итеп тәғәйенләнә һәм 70-се гвардия уҡсылар дивизияһының 207-се гвардия уҡсылар полкы составында дошман менән алыша. Фронттан килгән өсмөйөшлө хаттар ата-әсәһе һәм туғандары өсөн ҙур  йыуаныс һәм киләсәккә өмөт сатҡыһы була, әммә бер көн улар килеүҙән туҡтай. 1943 йылдың сентябрендә Миграновтар “ҡара ҡағыҙ” ала.
- Архив материалдары менән танышҡандан һуң, беҙ ағайыбыҙ, кесе  лейтенант Мәжиттең, хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк булыуын белдек. Уға хәрби бурыс йөкмәтелә: немецтар ауылды яндырмаһын өсөн, төп көстәр килгәнсе ауылды һаҡлап ҡалыу. Уның  гвардия ротаһы еңеүгә ныҡышмалылығы һәм ҡаһарманлығы менән  дан тота. Дошмандың һөжүме кире ағыла, бойоро тулыһынса үтәлә,- тип әңгәмәне дауам итә Мәжит Кәрим улы. - 1975 йылда беҙ Городище урта мәктәбе эҙәрмәндәренән хат алдыҡ һәм украин уҡыусыларының хаттары буйынса Мәжит Шәрәфҡол улының Чернигов өлкәһе Бахмач районы Городище ауылын фашист илбҫарҙарынан азат иткәндә батырҙарса һәләк булыуын белдек. Беҙгә шулай уҙ урындағы тимер юл вокзалында легендар ҡыҙылармиясы хөрмәтенә бюст ҡуйылыуы, шулай уҡ урындағы "Хәрби дан" музейында уның  документтары һаҡланыуы һәм беҙҙән дә уның яҡындары тураһындағы материалдар менән тулыландырыуҙы һорап яҙалар, әммә өйҙә яуап бирерҙәй кеше булмай, Кәримдең улдары студенттар булараҡ, ситтә уҡыйҙар...
- Мин Аҙнайҙа агроном булып эшләй инем, ул саҡта 9 май байрамында ла сәсеү дауам итте. Ауылдашым, һуғыш ветераны Булат ағай Мөлҡәманов склад мөдире ине, мин уның ҡоймаға ҡапланып  илағанын күрҙем һәм был бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Мин унан ни өсөн илағанын һораным. “Атайыңдың ҡустыһы Мәжитте һуғышҡа оҙатып ҡалғаным әле булһа иҫемдә, ниндәй аҫыл егет ине. Ул саҡта бер кем дә йоҡламаны, кешеләр төнө буйы ҡапҡа төптәрендә ултырҙылар, һөйләштеләр, йырҙар йырланылар. Башҡа әйләнеп ҡайтмаясаҡтарын һиҙгәндәй, егеттәр моңһоу йырҙар йырланы, йәш кенә килеш уларҙың һуғыш яланында һәләк булыуы бик тә үкенесле" тип  эсен бушатты, - ти Рамазан Миһранов.

Ғәҙелбаныу менән Шәрәфҡол Миһрановтарҙың икенсе улдарыҙ Кәримгә (1916 йылғы) Бөйөк Ватан һуғышында бөйөк һынылыш осоро
булараҡ теркәлгән Сталинград ҡан ҡойошонда ҡатнашырға тура килә.

 - Ауылдағы бик күп ир-егеттәр һуғышҡа оҙатыла, артабан әлегә ҡәҙәр бронь менән алдырылғандарҙы ла саҡыра башлайҙар.  Айыт МТС-ында эшләгән атайымды, Кәрим Миһрановты көҙгө баҫыу эштәре тамамланыу менән үк,  Бишбүләк РВК-һына саҡыралар һәм ул, ҡарт ата-әсәһен һәм ауырлы атынын ике йәшлек улы менән алдырып, фронҡа китә. Атайым 1942 йылдың сентябрендә һуғышҡа инә, унда  ул үҙйөрөшлө танктарҙың хәрби техникаһын ремонтлай, танкист  та була. Бер нисә тапҡыр самолет һәм  артиллерия утына эләгә, хатта бер тапҡыр автомобиль кабинаһында янып һәләк була яҙған. Ҡаты алыштарҙың  береһендә ул яралана һәм госпиталгә оҙатыла. һуңынан яңынан  сафтан сыҡҡан танктарҙы ремонтлай башлай. Һуғыштан һуң Көнбайыш Украинала бендеровсы ғәскәрҙәрен тар-мар итеү ҙә ҡатнаша, - тип атаһы тураһында һөйләй Мәжит Миһранов.
Был үҙе үк һуғыш йылдары тарихының биттәрен аса, ҡытыршы һәм  бормалы юлдар аша оҙаҡ йылдар еңеүҙең еңел булмауын күрһәтә.

Ғәзиз улдарының береһе хәбәрһеҙ юғалған hәм ике улына «похоронка» алған Ғәҙелбаныу әбей һәм Шәрәфҡол бабай улдары  Кәримдең иҫән-һау ҡайтыуын теләп, Хоҙайға ялбара. Ата-әсәһенә йыуанырға ярай әле яндарында кесе улдары Әбүҙәр була, йәше етмәү сәбәпле, уны һуғышҡа алмайҙар.
1946 йылда тыуған ауылына ҡайтҡас, Кәрим Миһранов башҡалар кеүек үк, ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Элекке фронтовик әүәлгесә Айыт МТС-ында трактор бригадаһы бригадиры, бригадир  ярҙамсыһы булып эшләүен дауам итә. Уларҙың йорттары янында йыш ҡына төрлө техника тора, ат арбаһына һалып але тегеһен, әле быныһын рәтләргә Айытҡа алып баралар. Ә инде Азнайҙа эшләгәндә, ауылға ҡайтҡан беренсе Белорусь тракторын һәм эҫкерт төйәгесте уға  ышанып тапшыралар. Ул үҙ эшен намыҫлы башҡара һәм шулай уҡ ауылдаштарына ла ҙур ярҙам күрһәтә.
Ҡатыны Фазила менән улар биш ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫ терәләр.  Яңы өй һала башлайҙар, әммә уға яңы йортта өй туйларға һәм балаларының аяҡҡа баҫыуын күрергә яҙмай. Йорт хужаһы 49 йәшендә генә һуғышта алған яраларынан мандый алмай вафат була.
- Ҡарттайым һуңғы көндәренә тиклем беҙҙең менән йәшәне, ул бик дини кеше ине, көнөнә биш намаҙҙы ҡалдырманы, күп ваҡыт уның намаҙлығына ятып йоҡлап китә торғайныҡ. Ҡарттайым һуғышта һәләк булған улдары хөрмәтенә беҙгә уларҙың исемдәрен ҡушҡан, - тип яҡындарын иҫкә ала Мәжит Кәрим улы.
Фазила Мөхәррәм ҡыҙы 45 йәшендә һигеҙ балаһы hәм ҡартайған ата-әсәһе менән тол ала, 11 кеше саман йортта йәшәйҙәр. Бала-саға тиерлек үҫмер иртә өлкәнәйеп, өйҙә лә, баҫыуҙа ла өлкәндәр урынына ҡала. Барлыҡ һынауҙарҙы ла лайыҡлы кисергән ябай ауыл ҡатыны барыһын да аяҡҡа баҫтыра. Кәримдең улы Кәбир Дим совхозында  баш агроном булып эшләй, артабан бүлексә управляющийы hәм парторг була. Рамаҙан оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы идараһында баш агроном булып эшләй, намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаттары ала. Мәжит бүлек управляющийы, Дим ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара һәм уңышлы хеҙмәте өсөн БАССР-ҙың Маҡтау ҡағыҙҙары менән бyләкләнә. Ул - Бишбүләк районының Маҡтаулы гражданины. Иң кесеһе, тыуған йорттоң йылыһын һаҡлаусы Рәшиткә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» исеме бирелә.
Миhрановтарҙың яңы быуыны ла ата-бабаларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, эштәрен лайыҡлы дауам итә. Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнгәндә hәр ҡайһыбыҙ  беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн йәндәрен аямай көрәшкән яугир олатаһын, ата-бабаһын иҫкә ала торғандыр. Фронтовиктарҙың балалары hәм ейәндәре ҡаһарман ата- бабаларының батырлығы менән ғорурлана ала. Эйе, һуғыш тамамланғанға тиҫтәләгән йылдар үтһә лә, хәтер йәшәй — хәтер мәңгелек.


Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар
Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар
Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бар
Автор:Гумерова Л
Читайте нас