Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
30 Апрель 2025, 08:32

Таңдар тыныс атһын өсөн

Ҡаныҡай ауылының Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ниғмәтбай Дәүләтбай улы Хәйруллин тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашабыҙ

Таңдар тыныс атһын өсөнТаңдар тыныс атһын өсөн
Таңдар тыныс атһын өсөн

1950 йыл. Апрель урталары, яҙғы шыя ваҡыты.  Ҡояш кискә ҡаршы ыңғайлаһа ла, Абдуллин станцияһын артҡа ҡалдырып, бер һалдат юлға сыҡҡан. Аяғында кирза итек, өҫтөндә ҡара флот шинеле, башында һалдат фуражкаһы, бер ҡулында фанер сумаҙан, арҡаһында һалдат тоҡсайы. Юл таныш һалдатҡа. Был юлдан ул үҙенән ҙурыраҡ егеттәр менән бричка егелгән пар ат менән Абдуллин элеваторына 1941-42 йылдарҙа иген ташығаны булды. Күрше рус ауылында көтөү көткәндә, шулай уҡ бричка менән шул йылдарҙа фронтҡа алынғандарҙы бер нисә тапҡыр оҙата барғайны.

Бер үҙенә оҙаҡ атларға тура килмәй һалдатҡа, уны бер үҫмер ҡыҙ ҡыуып етә. Һөйләшеп китәләр. Ҡыҙ Абдуллино станцияһында ашханала эшләй икән, сменаһы бөткән, иртәгә ялы, шуға күрә әсәһенең, апайҙарының хәлен белергә ҡайтырға сыҡҡан икән.

Ҡояш байып, ҡараңғы төшә. Егоровка тигән мордва ауылына килеп етәләр, ҡыҙ ошо ауылдан була. Ҡыҙ һалдатҡа: “Ағай, һиңә ауылыңа ҡайтып етергә байтаҡ бар әле, әйҙә, беҙгә кереп ҡунып кит, урын табылыр”, - ти.

Ҡыҙ йәшәгән йортҡа инәләр. Өйҙә ҡыҙҙың әсәһе, бер туған ике апаһы йәшәйҙәр, урындағы колхозда эшләйҙәр. Ғаилә башлығы Сталинградтағы ҡаты  һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғалған була. Әсә кеше самауыр ҡуя, бар булған ниғмәтен теҙеп һый әҙерләй. Һалдат был мордва ҡатынына русса “мать” тип өндәшә. Табынға ултыралар, хужабикә спиртлы эсемлек тә ҡуя һәм һалдаттың ҡайҙан, ҡайһы яҡтарҙа һуғышта ҡатнашыуы тураһында һораша башлай.

Йәш һалдат йәшереп тормай, үҙенең 1925 йылда тыуыуын, әсәһенең дүрт балаһын ҡалдырып, 1934 йылда уҡ үлеп ҡалыуын, ә атаһының икенсе ҡатынға өйләнеүен һәм үгәй әсә менән күп яфа күреүен, һуғыш башланғанға ҡәҙәр күрше рус ауылдарында туғандары менән тамаҡ хаҡына ялланып көтөү көтөүҙәрен һөйләй. Атаһы, Хәйрулла, улының 1942 йылда һуғышҡа алынып, Курс дуғаһында барған дәһшәтле алыштарҙа 1943 йылдың йәйендә хәбәрһеҙ юғалыуын әйтә. Үҙенең (Ниғмәтбай Хәйруллин) 18 йәше тулғас та, 1943 йылдың август башында армия сафына алыныуын, Өфө эргәһендәге Алкино станцияһындағы хәрби частә учебка үткәндә аслыҡтан яфаланыуҙарын, артабан 1944 йылдың ғинуар айында Волхов фронты саставында тәүге тапҡыр һуғышҡа инеүен, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә барған ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашыуын түкмәй-сәсмәй һөйләй. Дәһшәтле алыштарҙа сынығыу алған йәш егет артабан 3-cө Украина фронты составында Көньяҡ Украинаны, Молдавияны, Румынияны, Венгрияны, Австрияны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша, Яссы-Кишенев операцияһында дошманды тар-мар итеүгә өлөш индерә. Бөйөк Еңеү көнөн Австрия башҡалаһы Венала поста торғанда ҡаршылай.

Көнбайыштағы һуғыш Еңеү менән тамамланһа ла, тиҙ генә ҡайтып китергә насип булмай һалдатҡа. Көнбайыш Украина сиген, Тисса йылғаһы аша стратегик күпер, Чоп Мукачево, Ужгород ҡалаларындағы хәрби объекттар, базалар һаҡларға тура килә. Алмашҡа йәш һалдаттарҙың әҙ килеүен, башта өлкәнерәк яугирҙәр алышыныуын, үҙенә тик апрель баштарында демобилизация эләгеүен, август башында ауылдан сығып китеүенә ете йыл тулыуын, һуғыштан һуңғы аслыҡ йылында бер туған һеңлеһенең һәм апаһының ҡан сиренән үлеп ҡалыуҙарын, ауылда әсәһе яғынан тик өләсәһе менән бер туған ҡустыһы ҡалыуын һөйләп бирә.

Табын артында һөйләшеп, эсен бушатҡан яугир хужабикәнең ҡыҙҙары менән урындағы клубҡа барып йәштәр менән күңел асып та ҡайталар.

Әсә менән һалдат иртәнге сәйгә ултыралар. Хужабикә ипләп кенә һүҙ башлай:

- Һине тыуған ауылыңда бик көтөп тороусы ла юҡ икән, әйҙә, беҙҙә ҡал, ҡыҙҙарым бар, - тип буй еткән ҡыҙҙарын эске бүлмәнән саҡырып сығара. – Бына өс ҡыҙым бар, береһен һайлап ал, мунса яғылған әҙер, кейәү булырһың.

Бындай тәҡдимде көтмәгән һалдат бер аҙға юғалып ҡала, шулай ҙа үҙен ҡулға алып былай тип яуаплай:

- Тыуған ауылымдан сығып киткәнемә ике-өс айҙан ете йыл тула, ни бары егерме саҡрым юл атлайһым ҡалды, бында еткәс ни эшләп туҡтап ҡалайым, - ти.

- Һин бит ил сигенән киләһең, берәй ай ял ит, кәләш менән ҡайтып китерһең, - тип күңеленә ятҡан егетте һаман ҡалырға өгөтлә ҡатын.

Һалдаттың бала саҡтан әсәһеҙ үҫеүеме, эскерһеҙ барыһын да һөйләп биреүеме, әллә әсә тип яҡын итеп өндәшеүеме, мордва ҡатынының йөрәген иреткән. Ниңә үҙ балаһын бер күреүҙән сит милләт кешеһенә димләргә?. Һалдаттың күҙенә йәш килһә лә, юғалып ҡалмай, сумаҙанындағы барлы-юҡлы әйберҙәрен тоҡсайына һалып, арҡаһына аҫа ла, сумаҙанды ҡатынға тоттора.

- Бына һеҙгә аманат. Бер айҙан әйләнеп килермен, - ти ҙә һалдат юлға ҡуҙғала.

Төш етеүгә туған ауылы Ҡаныҡайға ҡайтып етә ул. Оҙаҡламай өйләнә һәм колхозга эшкә сыға. Ураҡ эштәре башланғас, Айыт МТС-ына трактор ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Тырышлығы, ҡушылғанды еренә еткереп башҡарыуын күрмәй ҡалмайҙар, ураҡ эштәре тамамланғас, уны Бәләбәйгә тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Ҡыш буйы уҡып, яҙғы сәсеү эштәре алдынан тракторсы танытмаһы алып ҡайтыуға, өр-яңы ДТ-54 тракторын ышанып тапшыралар.

Ул ваҡытта техника һанаулы ғына, аҙ була, булғандары эш эшкәртеүҙән бушамай. Тракторсылар яҙғы сәсеү башланғандан алып көҙгө урып-йыйыу эштәре тамамланмайынса күп ваҡыт өйҙәренә лә ҡайта алмай. Полевой станда ҡунып йөрөйҙәр. Баҫыу эштәре тамамланһа ла, колхозда эштәр кәмемәй, ҡыш буйына Приют станцияһына, Бәләбәйгә тракторға сана тағып йөк илтергә, унан тағы төрлө әйберҙәр алып ҡайтырға тура килә. Юлдарҙың торошо бик алама булыуы теңкәгә тейә, бер тапҡыр урап ҡайтыу өсөн аҙна-ун көн ваҡыт үтә.

Оҙаҡламай илдә сиҙәм ерҙәре күтәреү башлана. Элекке яугир үҙ ауылында ғына түгел, күрше ауылдарҙа, хатта Ырымбур өлкәһендәге ауылдарҙа ла сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша. Күкрәгенә хәрби наградалары эргәһенә “Сиҙәм ерҙәрҙе асҡан өсөн” миҙалы өҫтәлә. Тжрибәле механизатор йәш егеттәргә техника серҙәрен өйрәтә, ысын остаз була. Намыҫлы хеҙмәткәрҙе КППС составына алалар.

1960 йылдарҙа МТОс-тар таратылып, техника колхоз-совхоздарға бүлеп бирелә. Урындағы “Марс”  колхозында шулай уҡ ДТ-54 тракторында, МТЗ-50 болорусь тракторында эшләй. Һаулығы ҡаҡшау арҡаһында, 70-cы йылдар башында механизатор һөнәрен ҡалдырыпп, малсылыҡҡа күсергә тура килә. Был эштә пенсияға сыҡҡансы (1985 йыл) эшләй.

Ниғмәтбай улы тормош иптәше Йомабикә менән ете балаға ғүмер бирәләр, бергә йәшәгәндә өс йорт һалып керәләр, балаларын аяҡҡа баҫтыралар. Яугир-ветераң тормош иптәшен һәм бер улын һуңғы юлға оҙата, шулай ҙа шатлыҡлы миҙгелдәр ҙә ситләп уҙмай уны,  ейәндәрен генә түгел, бүләсәрен һөйөү бәхетен дә татый.

2001 йылдың ноябрь айында Бөйөк Ватан һуғышы яугире 77-cе йәшендә мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ул төҙөгән йортта бөгөн улы Фәһим, килене Светлана һәм ейән-ейәнсәрҙәре йәшәй.

Фәһим Хәйруллин,

Ҡаныҡай ауылы.

 

 

 

Таңдар тыныс атһын өсөн
Таңдар тыныс атһын өсөн
Автор:
Читайте нас