

Ҡасҡын ауылында Мәмдүҙә һәм Әмир Хәбировтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән Ильяс кинйә малай булараҡ, тыуған нигеҙҙә төпләнә. Ошо ауылға өләсәһе янына йыш ҡайтып йөрөүсе Бишбүләк һылыуы Гөлнараға бер күреүҙә ғашиҡ була егет. Йәштәр саф хистәрен һаҡлап, мөхәббәттәренең ныҡлығын һынап, тормош юлын парлап үтергә вәғәҙәләшеп никахҡа ингәндә Гөлнараға - 22, ә Ильясҡа 23 йәш була. 1994 йылда матур итеп туй уҙғарып, ғаилә усағын ҡабыҙып ебәрә Хәбировтар.
Йәшләй генә яралған хистәренә бер-береңде аңлау, хөрмәт итеүҙе ҡушып, гөрләтеп донъя көтөп алып китә улар. Йәш ғаиләнең бәхетен арттырып, нәҫелен дауам итеп улдары Рөстәм һәм Динислам донъяға килә. Халыҡта атайлы бала – арҡалы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ильяс та улдары өсөн өлгөлө, иғтибарлы атай. Малайҙарын бәләкәйҙән үҙенә эйәртеп, йорт-ҡура тирәһендәге эштәргә өйрәтә.
- Мин килен булып төшкәндә яңы йорт һалына башлағайны, шунан уны 1995 йылда бөтөрөп керҙек. Мин күрше Йылбулаҡтамаҡ ауылы мәктәбенә йөрөп эшләйем. Тәүге йылдарҙа технологиянан уҡыттым, хәҙер информатика, математика, физика дәрестәрен алып барам. Уҡыусыларым менән олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алабыҙ. Үҙем “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсында ҡатнаштым һәм республика кимәлендәге сарала район данын яҡланым. Бының өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Үҙегеҙ беләһегеҙ, уҡытыусының эше дәрестәр менән генә сикләнмәй, кластан тыш саралар ҙа уҙғарыла. Ошо йортта ҡәйнәм Мәмдүҙә менән бергә йәшәгәнгә утыҙ бер йыл тулды. Ярай әле өйҙә кеше бар, тип ышанып торам, балаларҙы үҫтергәндә уның ярҙамы ҙур булды, - тип үҙенең эше менән таныштыра ул.
Хәбировтарҙың ҡапҡа төбөндә – еңел машина, өй тирәләй - комбайн һәм тракторҙар, аҙбарҙа – ат, үгеҙ, һарыҡтар, ишек алдында - өйрәк, тауыҡтар. Был хужаларҙың ҙур хужалыҡ алып барыуын күрһәтә. Шуға күрә, бындай ҡыҙыу осорҙа ғаилә башлығын өйҙә тотоуы ҡыйын. Улар ауыл ерендәге көндәлек эштәрҙе башҡарып, ең һыҙғанып донъя көтә.
- Ирем Ильяс тәүге йылдарҙа “Восток” кооперативында эшләне. 2020 йылда ауыл халҡының пай ерҙәрен алып, фермер хужалығын башлап ебәрҙек, бойҙай, арпа, көнбағыш кеүек культуралар үҫтерәбеҙ. Баҫыу эштәрендә беҙгә ауылдағы ике ир-ат ярҙам итә. Шулай уҡ ситтә йәшәүсе улдарыбыҙ ҙа ҡайтып эшләшә, кәрәк икән - запчастен дә табалар. Ауыл кешеһенә хас булғанса, мал-тыуар аҫрайбыҙ: биш ат, өс һыйыр һәм быҙау-башмаҡтар бар, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ. Электән үк бал ҡорттары тотабыҙ, тиҙҙән бал айыртыу сезоны ла етә, - ти, аралашыусан һәм мөләйем хужабикә.
Ильяс төплө фекерле, ғаиләһе өсөн йән атып торған ир, балаларына өлгөлө атай, тоғро ир, ныҡлы терәк. Ә Гөлнара гаилә усағын һаҡлаусы нур, йәшәү өсөн көс, ышаныс өҫтәүсе. Ир уңһа – ҡатындан, ә ҡатын уңһа ирҙән, тигән ҡанатлы һүҙҙәр йөрөй халыҡта. Хәбировтарҙың улдары Рөстәм һәм Динислам үҙ ғаиләләрен ҡорған, Ильяс улы һәм Гөлнара Фәнүз ҡыҙы олатай, өләсәй булыу бәхетенә лә өлгәшкән.
Тыуған төйәгеңдә дуҫтарың, туғандарың менән аралашып йәшәү, күңелеңә ятҡан эштә эшләү, балалар үҫтереү, уларҙың лайыҡлы тормош көткәнен күреү – үҙе бер бәхет. Һәр кем шулай ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен ихтирам итеп йәшәһен ине.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.